Исламов Мырҙағол Буранғол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исламов Мырҙағол Буранғол улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 27 ноябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Ҡаныҡай, Бикҡол ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы
Вафат булған көнө 1 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (64 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Исламов Мырҙағол Буранғол улы (27 ноябрь 1909 йыл — 1 ноябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мырҙағол Буранғол улы Исламов 1909 йылдың 27 ноябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылында тыуған. Биш класс белем алған. Исламовтар ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм биш малай үҫә, биш бер туған Минияр, Мырҙағол, Нурғәли, Лоҡман, Йәнгир һуғышта ҡатнаша, әммә һуңғы икәүһе яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмай.

Һуғыш юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исламов Мырҙағол 1941 йылдың 12 декабрендә Бишбүләк районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы составында, 1943 йылдың ғинуар айынан 1945 йылдың 11 майына ҡәҙәр 60-сы кавалерия полкы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы составында 1-се гвардия танкка ҡаршы истребителдәр дивизияһында һуғыша.

1944 йылдың көҙөндә башҡорт кавалеристары СССР-Польша дәүләт сиген уҙа. Варшаваға юл асыла, әммә Польшаның башҡалаһын алыу уңышлы тамамланмай. Исламов Мырҙағол һуғышҡан 1-се гвардия кавалерия корпусы дошмандың оборонаһына бәреп инә. Корпус бик тиҙ һәм иң юғары маневрлыҡ күрһәтеү һөҙөмтәһендә, фашистарҙың көслөрәк соединениеларының атыуҙарынан бик оҫта сигенә. Карпат-Дуклин операцияһында 1-се гвардия кавалерия корпусы Чехословакия армияһы корпусы менән берлектә һуғыша. Был бәрелештә беҙҙең ғәскәрҙәр 1944 йылдың 29 сентябренә Дуклин артылышын алыуға ирешәләр.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт кавалеристары Русский, Ужок һәм Верецкий артылышын яулап ала. Свидник өсөн ҡаты һуғыштар башлана. Ул ваҡытта Мырҙағол Исламов үҙенең дивизияһы менән бергә дошман тылында була һәм корпустың рейдтан сығыу юлын таба. Немецтар бер нисә тапҡыр юлды ябыу маҡсаты менән, совет һуғышсыларына ҙур юғалтыуҙар килтереп, атакаға күсә. Исламов һуғыш барышында үҙ взводын ут менән ҡаплай һәм немецтарҙың һөжүмен кире ҡаға. Дошман Түбән Полянка ауылы янында кавалерия корпусын уратып алырға тырыша. Ҡаты һуғыштар менән кавалерия корпусы ҡамауҙан беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан урынға сыға. Яңы көс һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары алғас, корпус ҡабат борола һәм үҙҙәрен эҙәрлекләүселәргә емергес һөжүм яһай. Был алыштарҙа ҡыҙыл гвардиясы Исламов Мырҙағол хөкүмәт бүләгенә — «Һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ була. 1945 йылдың 9 майын Исламов Буранғол Польшаның Познань ҡалаһы госпиталендә ҡаршы ала.

Һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фронттан ҡаты яраланып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, Мырҙағол Буранғол улы ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур көс һала. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа «Юлай» колхозы рәйесе вазифаһын башҡара, Бикҡол ауыл Советы секретары була. Утты-һыуҙы кискән яугир йәштәргә фәһемле кәңәштәре менән дә ярҙам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1944 йылдың 6 октябрендә Карпат-Дуклин операцияһы өсөн
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1944 йылдың 26 феврелендә Ровно, Луцк ҡалаларын азат иткән өсөн
  • «СССР Ҡораллы көстәренә — 50 йыл» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Низкий поклон родителям» : /Ф.Исламова-Аминева] // Светлый путь. — 2020. — 2 апрель. — С.2.
  • Участник ВОВ Исламов Мурзагул Бурангулович. 1418museum.ru›heroes/657618/
  • https://vk.com/video660820067_456239021(недоступная ссылка)
  • Память. Башкортостан. Книга 6.