Эстәлеккә күсергә

Исламов Рәшит Тараки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исламов Рәшит Тараки улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 август 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Балтас, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Исламов Рәшит Тараки улы (рус. Исламов Рашит Таракиевич) (14 август 1953 йыл ) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан Балтас районы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Исламов Рәшит Тараки улы 1953 йылдың 14 августында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1980 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда уҡытыусы булып башлай.артабан Златоус ҡалаһында сәғәт заводында столяр булып эшләй. 1972—1974 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, институтта уҡый. 1980—1983 йылдарҙа райсовет башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.1983—1985 йылдарҙа Юғары партия мәктбендә уҡый. 1985 йылда КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы. 1986—1988 йылдарҙа КПСС-тың Балтас райкомының икенсе секретары. 1988—1991 йылдарҙа Балтас район советы башҡарма комитеты рәйесе. 1992 йылдан Балтас районы администацияһы башлығы. [1]

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[3]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  3. Муниципальный район Балтачевский район 2021 йыл 24 июнь архивланған.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104