Эстәлеккә күсергә

Ишбулдин Рәмил Илдус улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишбулдин Рәмил Илдус улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 октябрь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Прибельский, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург, ғалим, Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы
Эш урыны Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ишбулдин Рәмил Илдус улы (рус. Ижбульдин Рамиль Илдусович; 23 октябрь 1966 йыл) — ғалим-йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. 2001 йылдан Республика кардиология диспансерының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009).

Ишбулдин Рәмил Илдус улы — 1966 йылдың 23 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылында тыуған[1]. Ҡырмыҫҡалы икенсе һанлы урта мәктәбен тамамлағас, 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.1989 йылда Өфө ҡалаһының 6-сы һанлы дауаханаһында йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы булып эшләй башлай. 2001 йылдан алып Республика кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта. 2007 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге баш мейеһе артерияларының, йөрәктең ишемия ауырыуының һәм башҡаларға окклюзия патологияһын хирургик дауалау проблемаларына арналған. Ишбулдин Рәмил Илдус улы менән берлектә магистраль ҡан тамырҙарына операция яһағанда реокклюзияларҙы, коронар шунтлау ваҡытында йөрәк ритмы боҙолоуын иҫкәртеү ысулдары эшләнә[1]. 75-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

  • Профилактика осложнений в хирургии сонных артерий. Өфө. 2009 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009)

Республика конкурсы «Золотой скальпель» лауреаты[2] (2002,2003)