Ишек (фильм, 2012)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


«Ишек» (ингл. The Door, мадьярса  Az ajtó) нәфис фильм, венгр режиссеры Иштван Сабо. Фильм 2012 йылда Мәскәү халыҡ-ара кинофестивале конкурсы программаһына индерелә [1].

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сценарий өсөн сығанаҡ булып венгр яҙыусыһы Магда Сабоның "Az ajtó " башҡортса "Ишек" романы нигеҙ булып тора. Йәш яҙыусы Һәм уның сәйер йорт хеҙмәтсеһе Эмеренцтың Будапештағы 1960 йылдарҙағы мөнәсәбәттәре һөйләнелә . Башта Ул Магда һәм уның ире ғаиләһендә эшләүҙән баш тарта, әммә һуңынан ҡарарын үҙгәртә. Шулай итеп ике төрлө ҡатындың ғәҙәти булмаған дуҫлығы башлана. Эмеренц донъяға тәбиғәттең күп серҙәрен белгән, ғәҙәттә кешеләр өсөн ябыҡ булған үтә һиҙгер кеше күҙҙәре менән ҡарай. Ул был донъяға бер кемде лә индермәй, үҙенең камераһының ишеген йоҙаҡта тота. Әммә бер көн был ишек асыла...[2] Фильмда, оригиналь романдағы кеүек үк, Магда Сабо тормошонан торған автобиографик мәлдәр ҙә бар [3].



Ысынында ишек артында тәртип һәм таҙалыҡ булмай, бөтә ерҙә лә бысраҡ һәм ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралған. Эмеренсты дауаханаға алып киләләр, унда шәфҡәт туташтарының тауышын ғына ишетә. Ул Магдаға был "оятһылыҡ" булғанда эргәһендә булмауы өсөн асыулана. Башта Магда фатирға бер кемде лә индермәй, көн һайын бесәйҙәрҙең болаһын йыйыштырыу һәм уларҙы ашатыу менән мәшғүл була. Эмеренц яйлап йомшара, әммә тиҙҙән был дөрөҫ түгеллеген аңлай, уның фатиры ысынында дезинфекцияланған, ә мебеле яндырылған була. Шул ваҡыттан Алып Эмеренс яҙыусы менән һөйләшеүҙән туҡтай, һәм ул уны икенсе тапҡыр күрергә килгәнсе, ул инде мәрхүм була. Вафатынан һуң американан ҡунаҡҡа Анни Гроссман килә. Ул Магда менән зыяратҡа Эмеренц ҡәберенә бара, был ваҡытта ямғыр яуа һәм көслө ел иҫә, Әйтерһең дә, Эмеренц асыулана, Аннеке ҡәбер янында ғәфү үтенгәс, дауыл ҡапыл тына.

Актерҙар составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Магда — Мартина Гедек
  • Эмеренц — Хелен Миррен
  • Тибор - Карой Эперьеш
  • Шуту -  Эника Берчек
  • подполковник — Габор Конц
  • Адель - Мари Надь
  • Поллет -   Аги Сиртеш
  • күршеһе  - Чаба Пиндрох
  • Бродарич  - Петер Андорай
  • Эва Гроссман — Эрика Марожан
  • хирургИржи Менцель
  • Эмеренц йәш сағында  - Анна Санднер
  • табип  - Илдико Тот

Фильмдың төп теле — инглиз теле. Венгр версияһы бар, ул героинялар Миррен һәм Гедек[4] тарафынан тауышландырылған

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 22 апрель 2021.
  2. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Федор Лукьянов. [ ]. 2021-06-25. Дата обращения: 22 апрель 2021.
  3. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2012-02-10. Дата обращения: 22 апрель 2021.
  4. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 22 апрель 2021.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]