Ишембай районы гербы
Ишембай районы гербы |
Ишембай районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы символы. Авторы Рафаэль Ҡадиров.
Гербтың тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшел яландың сите, тышҡа табан бөгөлөп, ике сусаҡлы, көмөш менән ҡапланған тау түбәһен барлыҡҡа килтерә — осоп барған көмөш, ҡара-ҡыҙыл суҡышлы, осҡор күҙле ыласын, түбәндәрәк башҡорт орнаменты стилендә эшләнгән алтын ҡулса менән уратылған ҡара түңәрәк уртаһында Юрматы ырыуының алтын тамғаһы янып тора.
Мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торатау тауы Ишембай районы өсөн төп билдә һәм үтә тәрән мәғәнәне лә үҙ эсенә ала. Гербтағы аҡ һыҙат менән ҡапланған тау түбәһе Торатауҙың символик һынландырышы. Һыҙаттың аҡ булыуы тауҙың уникаль булыуын һәм эзбизташтан тороуын ғына түгел, ә тыныслыҡта һәм үҙ-ара килешеп йәшәгән халыҡтарҙың уйҙарының яҡты, намыҫтарыны таҙа булыуына ишара.
Йәшел ҡылғанлы яланда Юрматы ырыуы башҡорттарының символы — һарғылт-аҡ шоңҡар кәйелеп оса. Ҡош — ирек, азатлыҡ символы ла, уның ирекле осошта ҡанаттарын йәйеп барыуы төбәктең сәскә атыуы, халҡының эшһөйәр һәм ирекле булыуы тураһында һөйләй.
Ишембай ере, башҡорт нефтен беренсе булып аса, оҙаҡ йылдар нефть сығарыуҙа алғы сафта бара. Район гербында тарихыбыҙағы был бит тә сағылыш таба — мәңгелек ҡояшты һынландырған ҡулса эсендә ҡара нефть түңәрәге. Ҡулсалағы орнамент Ишембай ерендә төрлө милләт халыҡтарының дуҫ һәм татыу йәшәүен сағылдыра.
Ҡара түңәрәк эсендә юрматыларҙың ырыу тамғаһы — тарихи үткәндең кәүҙәләнеше, заманаларҙың бер-береһенә бәйлелеге.
Бөтәһенән дә юғарыраҡ — гербтың өҫкө өлөшөндә икһеҙ-сикһеҙ ғәләм, уның алтынлатылған төҫтә булыуы тәбиғәт ресурстарының байлығы һәм күплеге, ерҙең һәм кеше күңеленең йомартлығына ишара.
Теркәлеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай районы гербы Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 14 июлдәге 9/129-сы һанлы ҡарары менән раҫлана.
Башҡортостан Республикаһы символдары Дәүләт регистрына 047-се теркәлеү һаны аҫтында индерелгән.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдика регистрына 2985-се теркәлеү һаны аҫтында индерелгән.