Эстәлеккә күсергә

Ишембай районы гимны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай районы гимны
Композитор

Лиана Р. Бикбаева, Кинйә Әхмәҙиев

Ишембай районы гимны, Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Ишембай районының гимны — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының символдарының береһе. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының муниципаль район Ишембай районы Советы ҡарары менән ҡабул ителә[1].

Шиғри нигеҙе — «Ғәзиз ерем — Ишембай» шиғыры (авторы — Мифтахов Риф Фәйзрахман улы)[2][3]. Музыка авторы — Лиана Р. Бикбаева һәм Кинйә Әхмәҙиев.

Гимн авторҙары конкурс нигеҙендә һайлап алына. 2011 йылдың 19 июленән 3 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһының муниципаль район Ишембай районы гимнын ижад итеү буйынса конкурс үтә. Уны ойоштороусы — муниципаль район Ишембай районы Советы ҡуйған маҡсаттарҙың береһе булып гражданлыҡ аңын күтәреү, патриотик тойғолар тәрбиәләү, ҡала һәм район халҡының берҙәмлеген һәм дуҫлығын нығытыу, тарихын, халыҡтың йолаларын хөрмәт итеү, шағир һәм композиторҙарҙың ижади потенциалын көсәйтеү тора[4].

Конкурста индивидуаль йәки коллективтың ижади эшен тәҡдим итеүсе профессиональ йәки үҙешмәкәр композиторҙар һәм шағирҙар ҡатнаша ала.

Гимндың төп йөкмәткеһе — тыуған ҡаланы, муниципаль район Ишембай районы халҡының хеҙмәт һәм ижади ҡаҙаныштарын данлау.