Мифтахов Риф Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Риф Мифтахов
Исеме:

Мифтахов Риф Фәйзрахман улы

Тыуған көнө:

17 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы (бөгөн Башҡортостан Республикаһы) Ишембай районы Кинйәбулат ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы, журналист-публицист, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1965 —

Жанр:

шиғриәт, публицистика

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Салауат Юлаев ордены (2014), БАССРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2002).

Риф Фәйзрахман улы Мифтахов (17 сентябрь 1939) — башҡорт шағиры, яҙыусы, күп йырҙар авторы, журналист—публицист, тәржемәсе. СССР-ҙың Яҙыусылар (1976) һәм Журналистар союздары, Башҡортостан Республикаһының кинематографистар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты күренекле шағир Рәшит Назаровтың ижадын тикшереүсе һәм халыҡҡа еткереүсе.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риф Мифтахов 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған. Ауылында башланғыс һәм күршеләге Байғужа ете йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, 1958 йылда Ишембайҙа 3-сө башҡорт урта мәктәп-интернатын (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. 1968—1974 йылдарҙа — Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан «Совет Башҡортостаны» (бөгөн «Башҡортостан» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында эшләй, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында мөхәррир урынбаҫары, «Һәнәк» журналы редакцияһында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риф Мифтахов мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән йәш шағир «Өскөл хаттар» тигән тәүге йыйынтығында хәрби тематиканы тәүге урынға ҡуя, артабанғы йылдарҙа донъя күргән китаптары уның яңы йүнәлештәге талантын бик тә асыҡ күрһәтә. Ул 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уның тиҫтәләгән шиғырҙарын композиторҙар үҙ иткән һәм күп кенә популяр башҡарыусыларҙың репертуарында ныҡлы урын алған һәм радио, телевизорҙан даими яңғыраған йырҙар ижад иткән. Әҙип прозала ла уңышлы ижад итә: «Күҙ йәштәре», «Юл күрһәтеүсе йондоҙ» исемле повестарының, тиҫтәләгән хикәйәләренең уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителеүе, улар тураһында тәнҡитселәрҙең тик ыңғай фекер әйтеүе бының асыҡ миҫалы.

Риф Мифтахов шулай уҡ республикала юмор һәм сатира өлкәһендә лә әүҙем эшләүсе шағир булып танылды, тәржемә менән дә даими шөғөлләнә. Ул илебеҙҙең совет осорондағы күренекле һүҙ оҫталары Александр Блок, Евгений Евтушенко, Михаил Исаковский, Давид Кугултинов, Михаил Львов, Владимир Фирсов кеүек урыҫ һәм СССР-ҙың башҡа халыҡтарының билдәле шағирҙарының күп әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте. Яҙыусы атаҡлы башҡорт шағиры, 2004 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булған әҙип Рәшит Назаровтың тормошон һәм үҙенсәлекле, башҡорт шағриәтендә айырым урын алған бай ижадын өйрәнеүгә күп көс һалды: яҙмыш ҡушыуы буйынса ҡаты ауырыуға дусар булған ижадсының әҫәрҙәрен барлап, үҙенең баш һүҙе менән ике томлыҡ йыйынтыҡта халыҡҡа еткерҙе. Шуға ла Риф Мифтаховтың үҙенең Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнеүе уның шәхси ижадына ғына түгел, ҡәләмдәше әҫәрҙәрен дә юғалтыуҙан һаҡлап ҡалғаны өсөн ниндәйҙер дәрәжәлә оло һәм ваҡытлы баһа булды тип һанарға кәрәк. Нескә күңелле лирик шағир Риф Мифтаховтың үҙҙәренән-үҙҙәре йырлап торған бихисап шиғырҙарына танылған композиторҙар Нур Даутов, Мөфтәдин Ғиләжев һәм башҡалар популяр йырҙар яҙған. Әҙип бөгөн дә әүҙем ижад менән мәшғүл.

Риф Мифтаховтың «Ғәзиз ерем — Ишембай» шиғырына яҙылған йыр (көй авторы — ?) 2011 йылдан рәсми рәүештә Ишембай районының гимны булып иҫәпләнә.

Баҫылған йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өскөл хаттар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 80 бит.
  • Тормош ағасы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 88 бит.
  • Уртаҡлашыр серҙәр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 64 бит.
  • Ябай мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 111 бит.
  • Простое чудо: Стихи. — М.: Современник, 1983. — 72 стр.
  • Батыр егет ил күрке. Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 112 бит.
  • Күҙ йәштәре: Повесть, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1992. — 240 бит.
  • Мөхәббәт уты: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002. — бит.
  • Ғишыҡ тотоу-ут йотыу: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2006. — бит.
  • Арғымаҡ сапһын оҙаҡ: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2011. — бит.
  • Саҡма осҡондары: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2014. — бит.

Гәзит-журналдарҙа донъя күргән әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваҡытлы матбуғаттағы сығыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 20 ғинуар (Тикшерелгән 24 ғинуар 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]