Эстәлеккә күсергә

Ишембай энциклопедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай энциклопедияһы
Нәшер итеүсе «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 2015
Биттәр һаны 656

Ишембай энциклопедияһы — Башҡортостан Ресспубликаһы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы тураһында мәғлүмәттәр туплаған энциклопедия.

Баҫма Өфө ҡалаһының «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексында сығарылған, 1900-гә яҡын мәҡәләне, 500-ҙән ашыу һүрәтте үҙ эсенә алған[1][2]. Энциклопедияла Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының географияһы, тарихы, иҡтисады, мәғарифы, мәҙәниәте, уның күренекле эшмәкәрҙәре[1] тураһында мәғлүмәт тупланған. Энциклопедияла төп урын Ишембай ҡалаһына бирелгән[1].

656 биттән торған энциклопедия 500-гә яҡын һүрәтте үҙ эсенә ала.

Энциклопедия ике өлөштән тора. Беренсе өлөшөндә Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының географияһы, тарихы, иҡтисады, мәғарифы, мәҙәниәте тураһында очерк тәҡдим ителә. Икенсе өлөшөн 1900-ҙән ашыу мәғлүмәт һәм биографик мәҡәләләр, шулай уҡ 500-ҙән ашыу иллюстрациялар тәшкил итә. Ҡаланың һәм райондың танылған кешеләре, унда йәшәүселәр һәм ошо төбәктә тыуғандар тураһында һөйләүсе библиографик характерҙағы 1200-гә яҡын мәҡәлә тупланған. Улар — ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, Октябрь Революцияһы, «Почёт билдәһе», Хеҙмәт Даны һәм башҡа ордендар кавалерҙары. Баҫмала ҡаланың сәнәғәт предприятиеларына, ҡалала һәм районда нефть сығарыуҙы үҫтереү тарихына байтаҡ урын бүленә.

Белешмә өлөшө библиографик күрһәткесте, ҡыҫҡартмалар һәм аббревиатуралар исемлеген, фәндәр кандидатттарын, мәғариф һәм һаулыҡ һағы отличниктарын, мәғарифтың почетлы хеҙмәткәрҙәрен үҙ эсенә ала.

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәре алып барған эште дауам итеп, «Ишембай энциклопедияһы» Башҡортостандың бөткән ауылдары тарихын өйрәнеү буйынса эш һөҙөмтәләрен беренселәрҙән булып баҫтырып сығарҙы[3]. «Баймаҡ энциклопедия»һына ошондай 65 тораҡ пункты, «Әбйәлил энциклопедия»һына — 30-ҙан ашыу, «Ишембай энциклопедия»һына — 40-тан ашыу, «Хәйбулла энциклопедия»һына — 30-ҙан ашыу бөткән тораҡ пункттары индерелә, шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» энциклопедияһына 12 мәҡәлә ҡуйылды.

Энциклопедияны яҙыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҫманы сығарыуҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәре генераль директоры У. Г. Сәйетов һәм уның беренсе урынбаҫары К. И.Әһлиуллина[4] эшләне. Энциклопедияны төҙөү һәм биҙәү буйынса авторлыҡ хоҡуғына «Башҡорт энциклопедия»һы ғилми-нәшриәт комплесы эйә.

Редакция коллегияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйесе: М. Х. Ғайсин.

Рәйес урынбаҫары: Г. Г. Шаһиева.

Ағзалар: Р. М. Абдуллин, А. С. Әҙелмәтова, С. Я. Әлибаева, Д. Н. Арыҫланов, Р. З. Бохаров, А. Ф. Гәрәева, Ю. Ю. Ғарифуллин, Г. И. Ғилманова, Р. И. Заһиҙуллин, Л. И. Занилова, Р. Ш. Зиннәтуллина, И. И. Зөлҡәрнәева, Р. А. Ибәтуллин, В. Л. Игнатьев, В. Ғ. Исхаҡов, Д. Д. Ҡорбанов, А. М. Ҡотошев, Т. М. Некрасова, С. А. Никитин, М. М. Сабанчин, А. М. Сәғәҙиев, Т. Н. Сәғитов, А. Ф. Өмөтбаев, А. Ғ. Фәйзуллин.

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексынан мөхәррирҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡытлыса ижади коллектив: етәксеһе А. В. Корочкина, редакторҙар ветеринария фәндәре кандидаты О. А. Караванова, З. Е. Ҡылысова, тарих фәндәре кандидаты Т. Р. Кривоносова, Б. Н. Латипов, Р. А. Мөхәмәтова, А. Н. Сакаева, филология фәндәре кандидаты Н. М. Сиражетдинова, А. А. Сухогузов, З. Ф. Улямаева, Л. А. Хөснуллина, З. З. Шәйҙуллина, Л. И. Шарапова.

Методик һәм әҙәби контроль бүлеге: энциклопедия баҫмаларының баш мөхәррире Р. Х. Хәсәнова, шеф-мөхәррирҙәр Э. Р. Булатова, Р. Р. Нурғәлиева, ғилми мөхәррир А. З. Ҡорбанова, мөхәррирҙәр Г. А. Бикташева, Г. А. Ғайсина, Г. Р. Өмөтбаева, Е. А. Шестерякова, библиограф А. У. Сәлимова.

Художество-техник биҙәү бүлеге: мөдире А. Г. Зарипова, техник мөхәррир М. М. Мостафин, художество мөхәррирҙәре Л. Р. Вәлиева, Р. М. Рамаҙанов, Г. М. Фәтихова, компьютерҙа версткалаусы операторҙар Д. С. Ғималова, Д. Н. Мәхмүтова, корректорҙәр М. Ф. Әхкәмова, Р. М. Әхмәтйәнова, Ю. Н. Мофазалова.

Мәҡәләләр авторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геология-минералогия фәндәре докторы Р. Ф. Абдрахманов, Ф. М. Аҡҡолова, М. М. Годбодь (Ҡолмөхәмәтова), В. Л. Игнатьев, Ф. А. Ҡадиров, И. К. Козин, Тарих фәндәре кандидаты И. В. Кучумов, Д. В. Никулочкин, филология фәндәре кандидаты Л. Ф. Сәхибгәрәева, филология фәндәре докторы Р. А. Солтангәрәева, биология фәндәре кандидаты С. С. Хәйретдинов.

Баҫма өҫтөндә эшләүҙә шулай уҡ ҡатнаштылар: Г. У. Аллабирҙина, З. А. Байчурина, Р. И. Вахрушина, В. Ш. Ғәлимова, Р. А. Ғүмәров, Г. У. Кәбирова, О. К. Кәримова, Р. М. Сакаева, З. В. Терехова, Т. Т. Шаһиева.

  1. 1,0 1,1 1,2 Ишимбайская энциклопедия. Официальный сайт НИК «Башкирская энциклопедия». Дата обращения: 12 май 2016. 2016 йыл 2 апрель архивланған.
  2. Ишимбайская энциклопедия. Мир энциклопедий. Дата обращения: 11 май 2016.
  3. http://www.nlr.ru:8100/res/epubl/rue/articles/ve4.pdf#page=139 2016 йыл 27 апрель архивланған.
  4. Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 2. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Газета Восход от 16.06.2014.
  • Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  • Зайнетдинова В. Х. История исчезнувших населённых пунктов на страницах районных энциклопедий // Вопросы энциклопедистики: [сб. ст.]. Вып. 4. Уфа, 2014, C.139-141
  • Булатова Э. Р., Нургалиева Р. Р. Морфологические особенности стиля энциклопедических статей в региональных энциклопедиях (на примере «Ишимбайской энциклопедии» и «Хайбуллинской энциклопедии») // Вопросы энциклопедистики: [сб. ст.]. Вып. 5 /под общ. ред. У. Г. Саитова. — Уфа: Башк. энцикл., 2015.— 188 с, С.138-145