Ишембай (шашка клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

«Ишембай» (тәүҙә — «Нефтсе», артабан — «Машиналар эшләүсе») — Рәсәйҙә тәүге профессиональ шашка клубы. Ишембайҙа 1999 йылдың 14 майында ойошторола[1].

Клубтың тәүге президенты Владимир Петрович Давыдов — 2000—2003 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы. Төп менеджер (1999—2001 йылдарҙа) — Юрий Черток.

Клуб күп тапҡырҙар Европа чемпиондары Кубогын яулай[2].

2001 йылдың 8 ноябрендә клуб Рәсәй халыҡ-ара шашкалар федерацияһын ойоштороу буйынса инициатор булып сығыш яһай, Аҙаҡ федерация ФМЖД тарафынан да рәсми рәүештә таныла.[3][4][5]

2004 йылдан 2006 йылға тиклем клуб үҙенең спонсоры «Ишембай машиналар эшләү заводы» асыҡ акционер йәмғиәтенең исемен ярыштарҙа күрһәтеү өсөн «Машиналар эшләүсе» исеме аҫтында сығыш яһай. Фарм-клуб ойошторола. Хәҙерге ваҡытта шашка клубы «Ишөмбай» исеме аҫтында сығыш яһай[6], әлеге ваҡытта клубҡа ябылыу ҡурҡынысы янай.

2009 йылдан командала Владимир, Елена һәм Максим Мильшиндар, шулай уҡ Фидан Ишморатов, Анатолий Татаренко кеүек уйынсылар була. Анатолий Татаренко халыҡ ара шашкалар буйынса Башҡортостан Республикаһының клуб чемпионатында еңеү яулай[7].

2010 йылда — клубтар командалары араһында (ҡатын-ҡыҙҙар) халыҡ-ара шашкалар буйынса Рәсәй Кубогын яулайҙар.

Танылған уйынсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тамара Танһыҡҡужина
Александр Георгиев
  • Тамара Танһыҡҡужина
  • Александр Георгиев
  • Владимир Мильшин
  • Елена Мильшина
  • Муродулло Амриллаев һәм башҡа донъя чемпиондары.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]