Эстәлеккә күсергә

Давыдов Владимир Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Давыдов Владимир Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 апрель 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Ишембай ҡалаһы башлыҡтары (Башҡортостан)
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Давыдов Владимир Петрович (1 апрель 1948 йыл) — Рәсәй нефть сәнәғәте менеджеры һәм дәүләт эшмәкәре, 1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһында «Ишембайнефть» НГДУ-һы етәксеһе һәм «Башнефть» идараһы ағзаһы, 2000—2003 йылдарҙа — Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы, Ишембай ҡала Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.

Влади́мир Петро́вич Давы́дов 1948 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында нефтселәр ғаиләһендә тыуа

Ишембай ҡалаһының 1-се мәктәпбен; 1971 йылда Өфө нефть институтын «тау инженеры» һөнәре буйынса тамамлай.

1971—1972 йылдарҙа Коми АССР-ында «Коминефть» идаралығының 4-се разрядлы быраулаусыһы булып эшләй.

1972 йылдан «Ишембайнефть» идаралығында нефть сығарыу буйынса мастер, өлкән инженер, нефть-газ сығарыу идаралығының производство бүлеге начальнигы, фәнни-тикшеренеү һәм сәнәғәт эштәре цехы начальнигы урынбаҫары, нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы вазифаларында эшләй, 19841987 йылдарҙа Куба Республикаһында командировкала була. 1995 йылда «Башнефть» компанияһының «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә, «Башнефть» идараһы составына инә.

2000 йылдың 14 ғинуарынан «Башнефть» идараһынан сыға, 2000 йылдың 18 ғинуарында Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта "Ишембайтрансмаш"Асыҡ акционер йәмғиәте йыйылышы президиумы составына инә. 2001 йылда шулай уҡ «Ишембай машиналар эшләү заводы» идараһына дәүләттән делегат булараҡ инә.

2003 йылдың 29 мартында Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатыла.

2003—2009 йылдарҙа «Лукойл» нефть компанияһының Златоуст нефть базаһы директоры.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. П. Давыдов Рәсәйҙәге беренсе профессиональ «Нефтсе» шашка клубы президенты һәм Башкортостанда профессиональ шашка спортын ойоштороусыларҙың береһе. «Төбәк телдәре йәки аҙ һанлы халыҡтар телдәре Европа хартияһының» халыҡ-ара семинарын әҙерләү һәм үткәреү буйынса (2001 йылдың 21—22 июне, Өфө), Клуб командалары араһында халыҡ-ара шашкалар буйынса III Европа чемпиондары Кубогы ярыштарын әҙерләү һәм үткәреү буйынса (2001 йылдың 19—24 сентябре, Өфө), ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашкалар буйынса чемпион исеме өсөн матчтарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса (2003 йылдың 19—31 марты) ойоштороу комитеттары составына инә.

Хакимиәт башлығы булып эшләгән мәлендә Ишембай ҡалаһын төҙөкләндереү буйынса әүҙем сәйәсәт алып бара. Ишембай ҡалаһы «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» конкурсында III категориялы ҡалалар араһында ҡатнаша, бының өсөн Рәсәй Госстройының Почётлы дипломы менән бүләкләнә. Ул ҡабул иткән «Фонтандар» ҡала программаһына ярашлы «Үҫмер егет һәм ҡыҙ» фонтаны реконструкциялана, Тәйрүк йылғаһында, элек «Икар» кинотеатры булған бина эргәһендә фонтандар асыла.

Ишембайҙың Тыуған илебеҙ өсөн һуғыштарҙа һәләк булған нефтселәре хөрмәтенә һәйкәл асыуға булышлыҡ итә. Ишембай халыҡ мәғарифы музейын булдырыу идеяһын да хуплай, артабан ул йыш ҡына был музейҙа почётлы ҡунаҡ була. Ҡала һәм райондың гәзит уҡыусыларын шатландырып, 2001 йылдың 1 июленән башҡорт телендәге «Торатау» гәзитенең сыға башлауы ла В. П. Давыдов исеме менән бәйле.

Ишембай ҡалаһында Свято-Троицк ғибәҙәтханаһы төҙөлөшөнә лә ярҙам итә, бының өсөн Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Алексий Икенсе уны Почёт грамотаһы менән бүләкләй. Гусеницалы вездеходтарҙың яңы быуынан етештереү, «Нефтсе» совхозын үҫтереү проекттарын хуплай, шулай уҡ А. Н. Долининдың «На огненной дуге» китабының баҫылып сығыуына булышлыҡ итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.

Предприниматели создали машину оборонного значения. ИА «Башинформ» (2 октябрь 2002). Дата обращения: 1 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.