Ишембай ҡалаһы башлыҡтары
Ишембай ҡалаһы башлыҡтары | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Дәүләт |
СССР Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Ишембай |
Вәкәләтлек мөҙҙәте | 5 йыл |
Ишембай ҡалаһы башлыҡтары — 1940 йылда[1], ҡала статусын алғандан һуң, Ишембай ҡалаһы етәкселәре.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала барлыҡҡа килгәндән алып бында идара итеүҙең төрлө формалары ҡулланыла.
Ишембай ҡалаһына идара иткән кешеләр биләгән вазифалар:
- хеҙмәтсәндәр халыҡ депутаттары Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе (1940 йылдан 1977 йылға тиклем);
- халыҡ депутаттары Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе (1977 йылдан 1992 йылға тиклем);
- Ишембай ҡала хакимиәте башлығы (1992 йылдан 2000 йылға тиклем);
- Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы (2000 йылдан 2006 йылға тиклем).
- «Ишембай ҡалаһы» ҡала биләмәһе башлығы (2006 йылдан).
1940 йылдың 3 мартында хеҙмәтсәндәр депутаттары Ишембай ҡала Советының беренсе сессияһы үткәрелә, унда ҡала Советының башҡарма комитеты һайлана, быраулау мастеры булып эшләгән Максим Сергеевич Платонов уның рәйесе итеп һайлана. Шул ваҡытта уҡ ВКП(б)-ның[2] ҡала комитеты ла һайлана.
2000 йылдың 18 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәтен ойоштороу тураһындағы» Указына ярашлы, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәттерен берләштереү юлы менән[3] Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте булдырыла.
2006 йылда муниципаль реформа үткәрелеүгә бәйле ҡала хакимиәте өлөшләтә «Ишембай ҡалаһы» ҡала биләмәһе хакимиәтенә бүленә, ҡала менән идара итеү буйынса төп эштәрҙе башҡарыу (төҙөкләндереүҙән тыш) ҡала биләмәһе бюджетына идара иткән[4] «Ишембай районы» муниципаль районы ҡарамағында ҡала.
2006 йылдан урындағы үҙидара «Ишембай ҡалаһы»[5] ҡала биләмәһе Советы ҡарары менән ҡабул ителгән Устав нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. «Ишембай ҡалаһы» ҡала биләмәһе Советы — бер мандатлы һайлау округтары буйынса 4 йылға һайланған 20 депутаттан торған Ишембай ҡала Советы муниципаль берәмектең вәкәләтле органы булып тора.
«Ишембай ҡалаһы» муниципаль берәмеге башлығы — ҡала биләмәһе башлығы булған һәм Совет депуттарының билдәләнелгән һанынан күпселек тауыш менән үҙ составынан депутаттар тарафынан һайланған «Ишембай ҡалаһы» ҡала биләмәһе Советы рәйесе ҡалала юғары вазифа биләүсе кеше.
«Ишембай ҡалаһы» ҡала биләмәһе хакимиәте — Ишембай ҡалаһы хакимиәте урындағы үҙидараның башҡарма-күрһәтмә биреү органы булып тора. Атап үтелгән вазифаны үтәүгә арнап үткәрелгән конкурс һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән контракт нигеҙендә тәғәйенләнгән хакимиәт башлығы уны туплай һәм уға етәкселек итә.
Шартлы билдәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Партия ағзаһы булыу-булмауы
Беспартийный
Всесоюзная коммунистическая партия (большевиков), Коммунистическая партия Советского Союза
«Единая Россия»
ВКП(б)/КПСС ҡала комитетының беренсе секретарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия, Исеме, Атаһының исеме | Йәшәгән йылдары | Вазифаһы | Етәкселек иткән осоро |
---|---|---|---|
Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы | ВКП(б)-ның Маҡар район комитетының беренсе секретары | 1940-сы | |
Джегутанов Корней Шахимович | ВКП(б)-ның Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары | 1946-1948 | |
Якимов Владимир Николаевич | ВКП(б)-ның Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары | 1948-1953 | |
Якимов Владимир Николаевич | КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары | 1953-1954 | |
Сәйетов, Хәйҙәр Мөхәмәтғариф улы | КПСС-тың Маҡар район комитетының беренсе секретары | 1954-1965 | |
Ғазнанов Миңлейәр Бәхти улы | КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары | 1965-1979 | |
Моратшин Әнүәр Нурмөхәмәт улы | КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары | 1979-1983 | |
Вәхитов Наил Шәрәф улы | КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары | 1986-1991 |
Башҡарма-күрһәтмә биреү органы
Исеме | Портреты | Эшкә тотоноу ваҡыты | Эштән китеү ваҡыты | Биографик белешмә | Вазифаны биләү | Төп эшмәкәрлеге | ПП Ист. |
Ишембай ҡалаһы хакимиәте башлыҡтары | |||||||
Юрий Васильевич Уткин |
тыуған 1939 |
1992 | 1993 | 1939 йылда Ишембай эшселәр ҡасабаһында тыуған. Өфө нефть институтын (1971), РФ Хөкүмәте янындағы халыҡ хужалығы академияһын (Мәскәү,1997) тамамлаған. 1957-1958 йылдарҙа ТАССР-ҙа нефтеразведкала буровой дизелисы, 1959 йылдан слесарь, мастер, өлкән механик, «Ишембайнефть нефть сығарыу идаралы4ында промысла начальнигы урынбаҫары.1972 й. КПСС-тың Ишембай ҡала комитетында сәнәғәт, транспорт бүлеге мөдире,1978 йылдан КПСС-тың Ишембай ҡала комитеты секретары. 1986-1992 й. Ишембай ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе,1992-1993 й.- Ишембай ҡалаһы администрацияһы башлығы. 1-2 саҡырылыш РФ Дәүләт думаһы депутаты. Экономик фәндәр кандидаты. Сәйәси фәндәр докторы » | Депутаттар тауышы. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | |
Виктор Васильевич Елёпин |
тыуған 1952 |
1993 | 2000 | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | |
Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлыҡтары | |||||||
Владимир Петрович Давыдов |
тыуған 1948 |
18.01.2000 | 29.03.2003 | 1971 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай. 1971 йылдан 1972 йылға тиклем Коми АССР-ында «Коминефттә» эшләй. 1972 йылдан төрлө вазифаларҙа «Ишембайнефттә», 1984—1987 йылдарҙа Кубала сит ил командировкаһында була. 1995 йылда «Башнефть» компанияһының Ишембайнефть нефть-газ сығарыу идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә, «Башнефть» идараһы составына инә | Тәғәйенләнә. | Ҡаланы төҙөкләндереү: 2 фонтан йүнәтелә и 2 фонтан яңынан булдырыла, А. А. Блохинға һәйкәл асыла. Ишембай халыҡ мәғарифы музейы, Свято-Троица храмы асыла. Гусеницалы вездеходтың яңы төрөн етештереү, «Нефтсе» совхозын үҫтереү проекттарын хуплай | |
Рәис Фарит улы Ибраһимов |
тыуған 1955 |
29.03.2003 | 01.01.2006 | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | Тәғәйенләнә, 1 января 2006 йылдың 1 ғинуарынан «Ишембай районы» муниципаль районы хакимиәте вазифаһына күсерелә. | «Геройҙар аллеяһы» мемориаль комплексын асыу, ТУ-104 һәйкәл-самолетты һүттереү, парктарға һәм скверҙарға йорттар төҙөү, муниципаль милекте законһыҙ рәүештә хосусилаштырыу. | [7] |
«Ишембай ҡалаһы» ҡала хакимиәте башлыҡтары | |||||||
Виктор Фёдорович Янкин |
тыуған 1957 |
01.01.2006 | 14.05.2009 | Өфө нефть институтын тамамлай. 1980—1984 йылдарҙа — «Ишембаймежрайводоканал» производство идаралығында техник, мастер, цех начальнигы, 1984—1991 — КПСС-тың Ишембай ҡала комитетында инструктор, сәнәғәт бүлеге мөдире, 1991—1992 — «Востокнефтепроводстрой» тресының 3-сө монтажлау идаралығы директоры урынбаҫары, 1992—1994 — Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары. В 1994—2000 — Ишембай ҡалаһы хакимиәтендә етәксе вазифаларҙа, 2000—2006 — Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәтендә етәксе вазифаларҙа эшләй. | Ҡала биләмәһе Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | [8] |
Сергей Александрович Никитин |
тыуған 1959 |
14.05.2009 | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | Ҡала биләмәһе Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. |
Вәкәләтле орган
Исеме | Портреты | Эшкә тотоноу ваҡыты | Эшенән китеү ваҡыты | Биографик белешмә | Вазифаны биләү | Төп эшмәкәрлеге | ПП Ист. |
«Ишембай ҡалаһы» ҡала биләмәһе Советы рәйестәре (муниципаль берәмек башлыҡтары) | |||||||
Чингиз Әсхәт улы Яруллин |
тыуған |
2006 | 2012 | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | Депутаттар тауышы. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | |
Александр Васильевич Матросов |
тыуған 1952 |
2012 | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. | Депутаттар тауышы. | Теүәл мәғлүмәттәр юҡ. |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Список градоначальников Ишимбая предоставлен краеведом Д. В. Никулочкиным.
- ↑ Агафонов М. А., Кутимов Б. П., Фёдоров И. Г. Ишимбай. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — С. 13. — 76 с. — 10 000 экз.
- ↑ Инвестиционная привлекательность муниципального района Ишимбайский район . Администрация муниципального района Ишимбайский район. Дата обращения: 21 июнь 2011. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 25 август архивланған.
- ↑ Кагиров Р. Ишимбай — «округ» или «поселение»? (рус.) // Подметки плюс : газета. — Ишимбай, 2010. — № 44.
- ↑ Устав города Ишимбая (doc). Официальный Интернет-портал города Ишимбая. Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано 10 февраль 2013 года. 2014 йыл 15 июль архивланған.
- ↑ Давыдов Владимир Петрович . Биография.ру. Дата обращения: 22 июнь 2011. Архивировано 11 август 2012 года.
- ↑ Прокуратура принялась «шерстить» чиновников Ишимбая . Информационно-исследовательский центр «Панорама» (30 апрель 2008). Дата обращения: 10 май 2013. Архивировано 12 май 2013 года. 2013 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Янкин Виктор Фёдорович . ДепДела.RU. Дата обращения: 12 май 2013. Архивировано 15 май 2013 года. 2013 йыл 15 май архивланған.