Ғазнанов Миңлейәр Бәхти улы
Ғазнанов Миңлейәр Бәхти улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1926 |
Тыуған урыны | Кесе Кәркәле |
Вафат булған көнө | 25 ноябрь 1999[1] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғазнанов Миңлейәр Бәхти улы (25 декабрь 1926 йыл — 25 ноябрь 1999 йыл) — партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1979—1984 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры.
Башҡорт АССР-ының алтынсы, етенсе, һигеҙенсе, туғыҙынсы һәм унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миңлейәр Бәхти улы Ғазнанов Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Кесе Кәркәле ауылында тыуған. 1954 йыл — Өфө дәүләт нефть институтын (хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлаған.
Хеҙмәт биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1954—1958 йылдар — «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында эшләй.
1958—1962 йылдар — Башҡорт АССР-ы торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары, республикала газ үткәреү бүлеге етәксеһе.
1962—1965 йылдар — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретаре.
1965—1979 йылдар — КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының беренсе секретаре. Ғазнанов ҡатнашлығында Туймазы һәм Ишембай нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
1960—1970 йылдарҙа Ишембай ҡалаһында ҙур төҙөлөш эштәре алып барыла. Ҡала хеҙмәтсәндәре өсөн күпләп йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа социаль объекттар төҙөлә.
1966 йылда Ишембай трикотаж фабрикаһы,
1973 йылда Ишембай эксперименталь машиналар төҙөү заводы,
1973 йылда ҡалала бассейны һәм бер нисә залы булған Спорт һарайы,
1977 йылда Ишембай транспорт машиналар төҙөү заводы («Витязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы («ИдельНефтемаш» заводы),
1978 йылда Ағиҙел йылғаһы аша оҙонлоғо 338,85 м, киңлеге 9,5 м булған яңы күпер төҙөлә, бер нисә предприятиены берләштергән Ишембай торлаҡ хужалығы производство тресы барлыҡҡа килә.
1978 йылда 536 урынлыҡ залы һәм башҡа уңайлыҡтары булған Пионерҙар һарайы төҙөлә.
Ҡала партия комитеты Ишембай ҡалаһының ғына түгел, Ишембай районы партия ойошмаларының, дәүләт органдарының эшмәкәрлегенә лә етәкселек итә.
1979—1984 йылдар — Башҡорт АССР-ының аҙыҡ-түлек сәнәғәте министры[2].
Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1973)
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966,1971,1976)
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Постановление ВС Башкирской АССР от 21.03.1980 «Об образовании Правительства Башкирской АССР — Совета Министров Башкирской АССР» 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғазнанов Миңлейәр Бәхти улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2022)
- Ишимбайская энциклопедия. Уфа: «Башкирская энциклопедия», 2015, стр.38, стр.152