Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы
Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1939 |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы (1 ғинуар 1939 йыл) — башҡорт ғалимы һәм педагог-методисы. Педагогия фәндәре кандидаты (1988). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роза Ғаҡил ҡыҙы Ишемова 1939 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған.
1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1964 йылдан алып Өфөнөң 91-се, 20-се урта мәктәптәре уҡытыусыһы.
1973—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалындағы ғилми хеҙмәткәр.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәптәрендә рус телен уҡытыу методикаһына арналған. Р. Ғ. Ишемова дәреслектәргә тауышлы ҡушымта (35 грампластинка) эшләй, улар башҡорт мәктәбе уҡыусыларының русса һөйләү кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелгән. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Развитие русской речи учащихся IV класса башкирской школы с применением технических средств обучения. М., 1980;
- Методика преподавания русского языка в 5-9 классах башкирской школы. Уфа, 1996 (авторҙ.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986)[1]
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 30.07.1986 N 6-2/282 “О присвоении почетного звания “Заслуженный учитель школы Башкирской АССР“ тов. Ишимовой Р.Г.“(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)