Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр

Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы (1825—?) — башҡорт кантоны начальнигы була. Уртаҡул йөҙ башы (1855).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы 1825 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Сығышы менән башҡорт.

1843 йылдан бирле 10‑сы башҡорт кантонында, ә 1853 йылдан — 7-се башҡорт кантонының 2-се бүлегендә хеҙмәт итә[1].

1854 йылдан 10-сы башҡорт кантонының 3-сө бүлеге начальнигы була[2].

18531856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында ҡатнаша. Андрей таҫмаһында «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнә.

1856—1860 йылдарҙа 3‑сө башҡорт кантонының (10-сы башҡорт кантонының 3-сө бүлегенән төҙөлгән, үҙәге — Ейәнсура) начальнигы була.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тагирова Л. Ф. Ишемов Сәйфулла Килмөхәмәт улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — С. 99, 100, 153. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.