Эстәлеккә күсергә

Ишемғолова Аврора Булат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аврора Булат ҡыҙы
Ишемғолова
Тыуған көнө

26 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан Өфө ҡалаһы

Вафат булған көнө

1990({{padleft:1990|4|0}})

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Мәғариф хеҙмәткәре, методист

Ишемғолова Аврора Булат ҡыҙы (26 март 1928 йыл1990 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, методист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1964). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971)

Аврора Булат ҡыҙы Ишемғолова 1928 йылдың 26 мартында Өфөлә яҙыусы Булат Ишемғол ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Атаһы  — башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, шағир, прозаик. Атаһын нахаҡҡа ғәйепләп ҡулға алғас, "халыҡ дошманы"ның ҡыҙы Аврораға, туғаны Клараға мәктәптә уҡыу йылдары бик ауыр була. Таныштары, дуҫтары уларҙан ситләшә, күрмәмешкә һалыша. Аврора Ишемғолова урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай, 1946 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, бик яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1950 йылда институтты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Аврора Ишемғолова яҡты хыялдар менән Кушнаренко педагогия училищеһына юллана. Бында ул ҙур тырышлыҡ күрһәтә, башланғыс синыф уҡытыусылары әҙерләүгә барлыҡ көсөн бирә. Фиҙакәр хеҙмәт йәш белгескә коллегаларының бай тәжрибәһен үҙләштерергә, уҡытыу-тәрбиә эшенең серҙәренә эйә булырға ярҙам итә.

1956 йылда тәжрибәле методист Аврора Ишемғолова Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтына эшкә саҡырыла. Бында ул 18 йыл эшләй, тәүҙә — методист, шунан 15 йыл рус теле һәм әҙәбиәте кабинеты мөдире була.

Кабинет оҫта методист А. Б. Ишемғолова етәкселегендә республика уҡытыусыларына, мәктәп етәкселәренә методик ярҙам күрһәтеү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, алдынғы педагогик тәжрибәне дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса күп яҡлы эш башҡара. Республиканың ғилми-методик көстәрен кабинет мөдире педагогик коллективтарҙың уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыу, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләре сифатын яҡшыртыу бурыстарын уңышлы хәл итеүгә йүнәлтә.

Уҡытыусыларҙың алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү, ғил-ми-тикшеренеү күҙәтеүҙәре Аврора Булат ҡыҙына мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың торошо, уны яҡшыртыу методтары һәм алымдары тураһында фәнни хеҙмәттәр яҙырға этәрә. Тәжрибәле методист мәктәп дәреслектәре, методик ҡулланмалар төҙөүгә йәлеп ителә.

Аврора Ишемғолова авторҙаштары В. П. Песков, М.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Р. В.Әлмөхәмәтов, Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Хәйруллина, А. А.Хәсәнова менән мәктәптең V—VIII синыфтары өсөн изложение текстары йыйынтығы, IV синыф өсөн рус теле дәреслеге, уны файҙаланыу тураһында методик ҡулланма, башҡа уҡыу әсбаптары яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша, эштең ауыр өлөшөн гел үҙ өҫтөнә ала.

1973 йылдан Аврора Булат ҡыҙы Ишемғолова — Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре. Ул башланғыс синыфта рус теле уҡытыу проблемалары менән шөғөлләнә, уҡыусыларҙың русса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү мәсьәләләре өҫтөндә эшләй.

Мәғариф өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Аврора Булат ҡыҙы Ишемғоловаға 1964 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1971 йылда ул «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә, һәр саҡ уҡытыусыларҙың оло ихтирамы менән файҙалана.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.