Эстәлеккә күсергә

Иҙеүкәй (спектакль, 2023)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иҙеүкәйтатар халҡының тарихи «Иҙеүкәй» дастаны буйынса ҡуйылған спектакль. Ул Алтын Урҙа сәселеү осоронда Туҡтамыш хан һәм Иҙеүкәй әмир тураһында күп яҙылған риүәйәт һәм легендаларҙан ғибәрәт, дастанындағы тарихи ваҡиғалар XIV быуат аҙағы — XV быуат башында Алтын Урҙа дәүләтендә тәхет тирәһендә барған ҡанлы көрәштең дәүләтте тарҡатыуға килтергән бер ҡаты осорон һүрәтләй.

Туфан Имаметдинов

Спектакль беренсе тапҡыр 2023 йылда, өс тапҡыр - 26 һәм 27 ғинуарҙа һәм 9 февралдә Ҡазандың Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театры сәхнәһендә уйнала. Волга буйы Болғария дәүләтендә ислам динен ҡабул итеүгә 1100 йыл тулыуға арналған. Режиссеры Туфан Имаметдинов.[1][2][3]

Тамашалар алдында театр музейында «Идегәй» дастанына һәм эпостың реконструкцияланған тексты авторы Нәҡи Иҫәнбәткә арналған күргәҙмә ойошторолған.[4][5]

  • Иҙеүкәй
  • Туҡтамыш хан
  • Шаһ Тимер
  • Ҡотлоҡая
  • Йәникә
  • Субра
  • Йәнтимер би
  • Аңғысын
  • Сапҡын
  • Бодайби
  • Ҡәҙербирҙе
  • Киң Йанбай
  • Морза
  • Аңғысын
  • Дөрмән би
  • Саҡмағош би
  • Сәсән
  • Иҙеүкәйҙең әсәйе

Эпоста сәнғәти формала татар халҡының формалашыу осоро тасуир ителә. «Идегәй» дастаны буйынса ҡуйылған спектаклдең нигеҙендә бәйлелектең үҙ-ара ни тиклем зарарлы булыуы, көслө шәхестәрҙең дәүләт мәнфәғәттәре дәрәжәһендә ҡаршы көрәшеү, йәки көнкүрешкә бәйле рәүештә кешеләрҙең бер-береһе менән мөнәсәбәттәре боҙоу идеяһы ята. Эпостың ла, «Идегәй» спектакленең лә төп мотивтары – батырлыҡ, тыуған ергә һөйөү, дошмандарға нәфрәт, дуҫлыҡ һәм үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү, намыҫлылыҡ һәм гаделлеккә дан йырлауҙан ғибәрәт.[1]

Спектакль белгестәрҙә, айырым алғанда, тарихсыларҙа һәм әҙәбиәтселәрҙә оло һорауҙар тыуҙырған. [6][7]