Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Шишмә районы, Сыуалкип ауыл Советы, Тәпәреш
Уҡыу йорто Оренбургское высшее военное авиационное Краснознамённое училище лётчиков[d]
Башҡорт дәүләт аграр университеты

Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы (рус. Идиатуллин Хасан Сагитзянович) (15 ғинуар 1957 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы 1957 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Тәпәреш ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1974—1976 йылдарҙа Ырымбур Юғары авиация институтын (хәҙерге Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктары училищеһы), 1980 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1980 йылдан, Башҡортостан ауыл хужалығын тамамлағас, Илеш районы «Дружба» колхозында баш агроном булып эшләй башлай. 1981—1985 йылдарҙа Шишмә районының «Рассвет» һәм «Большевик» колхоздарында баш агроном, артабан Оло-Телек совхозы директоры. 1991 йылдан Иглин районы «Оло-Телек» крҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе [1]

Иглин районы 210-сы Оло Тәләк һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Ғаиләһендә ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]