Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы
Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1961 (62 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Ғилми исеме | сәнғәт фәндәре кандидаты[d] |
Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы (28 декабрь 1961 йыл) — музыка белгесе, журналист, педагог. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2014). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисова 1961 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә, ижади ғаиләлә тыуған: уның атаһы — композитор Абрар Ғабдрахманов, әсәһе — билдәле йырсы Нажия Аллаярова.
Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы урта махсус сәнғәт мәктәбен фортепиано класы буйынса тамамлай, артабан уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтының теория факультетында дауам итә. 1986 йылда институтты тамамлағандан һуң БАССР‑ҙың Нуриман районы Никольский ауылы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй башлай. 1990 йылдан башлап (өҙөклөк м‑н) Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Башҡортостан» ДТРК‑һы филиалында: мөхәррир, 1991 йылдан алып музыкаль программаларҙың өлкән мөхәррире, 1993 йылдан — ТВ студияһының комментатор‑музыка белгесе, 1995—2005 йылдарҙа «Музыка» ижади берекмәһе етәксеһе, 2012 йылдан башлап музыкаль программалар мөхәррире, 2016 йылдан — программа алып барыусы. 2005 йылдан алып «Башҡортостан» ТРК ДУП‑ының ТВ студияһында эшләй (2006—2010 йылдарҙа художество тапшырыуҙар баш редакцияһының баш белгесе); 2011 йылдың февраль—октябрендә Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры урынбаҫары.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан юлдаш ТВ һәм «Культура» (Рәсәй) каналдарындағы «Антракт», «Лира», «Башҡортостандың сәнғәт оҫталары» программалары; «Ҡош юлы», «Хәйерле кис» программалар циклдары; Опера һәм балет театры, Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡа эшмәкәрлеге тураһында телевизион репортаждарҙың авторы һәм алып барыусыһы; Дилмөхәмәтовтар, З. Ғ. Исмәғилев, В. Л. Мортазин, А. А. Солтанов, М. Х. Хисмәтуллин һәм башҡалар тураһында документаль фильмдар; фильм-концерттар сценарийҙарының авторы. Сығыштары профессионализм, юғары мәҙәнилек менән айырылып тора. Миләүшә Иҙрисова фәндә лә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән. Ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантураны уңышлы тамамлай. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт музыка сәнғәтенә һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ижадына арналған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Газиз Альмухаметов. Статьи. Воспоминания. Документы. Өфө, 2008.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҙрисова Миләүшә Абрар ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2021)
- http://ufa.bezformata.ru/listnews/bashkortostana-milyausha-idrisova/53630251/(недоступная ссылка)
- https://www.skompositorov.org/single-post/2017/02/09/%D0%9C%D0%B8%D0%BB%D1%8F%D1%83%D1%88%D0%B0-%D0%98%D0%B4%D1%80%D0%B8%D1%81%D0%BE%D0%B2%D0%B0 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.