Иҡтисад үҫеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Иҡтисад үҫеүе — дәүләт иҡтисадында билдәле бер мөҙҙәт эсендә (ҡағиҙә булараҡ, бер йылда) продукция етештереү күләмен арттырыу.[1]

Иҡтисад үҫеүе (экономический рост) һәм иҡтисад үҫеше йәки иҡтисади үҫеш (развитие экономики йәки экономическое развитие) теорияһын ХХ быуат башында Йозеф Шумпетер сығарған[2]. Үҫеү һәм үҫеш теорияһына шулай уҡ Саймон Кузнец, Фернан Бродель, Теодор Шульц, Гэри Беккер, Майкл Портер, Николай Кондратьев һәм башҡа ғалимдар ҙур өлөш индергән.

Йозеф Шумпетер беренсе булып иҡтисад үҫеүе менән иҡтисад үҫеше айырмаһын күрһәткән, иҡтисад үҫеүен тәьмин итеүсе төп көс булараҡ инновацияларҙың асылын билдәләгән.

1911 йылда донъя күргән «Иҡтисади үҫеш теорияһы» тигән монографияһында Йозеф Шумпетер иҡтисад үҫеүен һан үҙгәреше тип баһалаған, йәғни ул бер үк тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе етештереү һәм ҡулланыуҙың ваҡыт үтеү менән арта барыуынан ғибәрәт.

Иҡтисади үҫеш, Йозеф Шумпетер билдәләүенсә, производстволағы, продукциялар һәм хеҙмәттәрҙәге, идара итеүҙәге, шулай уҡ йәшәйештең башҡа өлкәләрендәге һәм иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәрендәге ыңғай сифат үҙгәрештәренән тора.

Башҡасараҡ әйткәндә, Йозеф Шумпетер үҫештең, прогрестың төп этәргесе тип инновацияларҙы һәм инновацияларға ихтыяжды һәм ихтыяждан артып киткән тәҡдимде барлыҡҡа килтереүсе эшҡыуарлыҡ ресурсын атай.

Ҡыҫҡаһы: үҫеү — һан үҙгәрештәре, ә үҫеш — йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән сифат үҙгәрештәре.

Иҡтисади үҫеш күрһәткестәре йыйылмаһынан айырмалы, иҡтисад үҫеүе — ябайыраҡ булған һан күрһәткесе. Реаль етештереү тигәндә реаль (йәғни инфляция факторҙарынан таҙартылған) эске тулайым продукт (ЭТП), һирәгерәк — реаль тулайым милли продукт (ТМП), саф милли продукт (СМП), йәғни милли табыш (МТ) аңлана.

Иҡтисад үҫеүе халыҡтың тормош кимәленең һәм сифатының үҫеүе менән — ғүмер оҙайлығының артыуы, медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты, һәр кемдең сифатлы белем ала алыу мөмкинлеге, эш көнө ҡыҫҡарыу, граждандарҙың хәүефһеҙлеге һ.б. менән тығыҙ бәйләнгән.

Үҫеү һәм үҫеш теориялары берҙәм ҡараш сиктәрендә бер үк авторҙар тарафынан сығарыла, уларҙа кеше капиталы һәм инновациялар үҫеүҙең һәм үҫештең төп факторҙары булып тора.

Иҡтисад үҫеүенең типтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисад үҫеүенең экстенсив һәм интенсив типтары бар. Беренсе осраҡта үҫеү — экстенсив факторҙар, икенсеһендә интенсив факторҙар иҫәбенә бара. Фән һәм техника ҡаҙаныштары иҫәбенә үҫеүҙең интенсив факторҙары өҫтөнлөк ала бара. Ғәмәлдә иҡтисад үҫеүенең экстенсив һәм интенсив типтары саф килеш күҙәтелмәй. Улар бер-береһе менән тығыҙ үрелеп, бер-береһенә йоғонто яһап тормошҡа аша.

Хәҙерге заман үҫеү теорияһында иҡтисад үҫеүенең дүрт тибын айыралар: алдынғы илдәрҙең тигеҙ үҫеүе (АҠШ-та, Европала күҙәтелә), үҫеү мөғжизәләре (Япония, Көньяҡ Корея, Гонконг), үҫеү фажиғәләре (Үҙәк Африканың ҡайһы бер илдәре) һәм иҡтисадтың үҫмәүе (мәҫәлән, Зимбабве).

Рәсәйҙә 2000—2008 йылдарҙа иҡтисад сағыштырмаса тигеҙ үҫте.

Иҡтисад үҫеүен тәьмин итеүсе шарттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисад үҫеүенә йоғонто яһаусы шарттар[3]:

  1. хеҙмәт ресурстарының һаны һәм сифаты
  2. төп капиталдың һөҙөмтәлелеге
  3. тәбиғәт ресурстарының һаны һәм сифаты
  4. идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге
  5. технологияларҙың һөҙөмтәлелеге
  6. географик урын

Иҡтисад үҫеүенең интенсив һәм экстенсив шарттары бар[4]:

  • Экстенсив шарт ресурсты һан яғынан арттырыуҙан тора (мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу). Ләкин уртаса хеҙмәт етештереүсәнлеге һиҙелерлек булып үҙгәрмәй. Экстенсив үҫешкә ресурс самаһыҙ арттырылһа ла, һөҙөмтәнең түбәнәйеүе хас. Мәҫәлән, ойошмалар һанын аҡланмаған арттырыу эшсе көстөң кәрәгенән артыҡ күбәйеүенә һәм хеҙмәт етештереүсәнлегенең кәмеүенә килтереүе бар. Шулай уҡ ерҙе, капитал һәм хеҙмәт тотоноуҙы арттырыу ҙа экстенсив шарттарға инә. Улар инновациялар, яңы етештереү технологиялары, идара итеү технологиялары, кеше капиталы сифатының үҫеше менән бәйләнмәгән.
  • Интенсив шарттар идара итеү системаларын, технологияларҙы камиллаштырыуҙан һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуҙан, инновациялар файҙаланыу һәм кеше капиталының сифатын күтәреүҙән ғибәрәт. Хәҙерге заман иҡтисадының үҫеүе һәм үҫеше өсөн төп шарт булып юғары сифатлы кеше капиталы һанала[5].

Тотороҡло үҫеү хеҙмәт етештереүен үҫтереү, инновациялар ҡулланыу, тотороҡло инвестициялар һәм ғәмәли сығымдарҙы ҡыҫҡартыу иҫәбенә бара. Техник прогресс, физик һәм кеше капиталын туплау, инфраструктура һәм иҡтисад институттары булдырыу иҡтисадтың оҙайлы киләсәктә үҫеүенә килтерә.

Донъяла иҡтисад үҫеүенең тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге типтағы иҡтисад үҫеүе тәүләп Англияла, XVIII быуаттың икенсе яртыһында, сәнәғәт инҡилабы һөҙөмтәһендә ғәмәлгә аша. XVIII быуат башынан донъяла бер кешегә тура килгән реаль килем сама менән 10 тапҡырға артҡан, үҫешкән илдәрҙә был күрһәткес тағы ла юғарыраҡ. Төрлө илдә йән башына тура килгән килем 10-30 тапҡырға айырыла. Иң фәҡир илдәрҙә халыҡ көнөнә яҡынса 1 АҠШ долларына (аҡсалата ғына түгел, натураль килемде лә индереп) йәшәй (АҠШ-тағы хаҡтар менән иҫәпләгәндә).

XX быуатҡаса иҡтисад үҫеүе тиҙлеге буйынса теүәл генә мәҡлүмәттәр юҡ, реаль ЭТП һәм иҡтисад үҫеүе тиҙлеген баһалау өлкәһендә иң билдәле тикшеренеүҙәрҙе Ангус Мэддисон үткәрә. 1973 йылдан һуң иҡтисадтың үҫеүе глобаль кимәлдә әкренәйә[6].

Иҡтисад үҫеүе масштабтарын үлсәү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисад үҫеүен үлсәү донъя илдәренең ЭТП етештереүен (ил эсендә билдәле бер осор эсендә, инфляцияны иҫәпкә алып, барлыҡ етештерелгән тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең баҙар хаҡы буйынса) йә уны тотоноуын (сығымдар буйынса) хисаплау юлы менән башҡарыла.

Яҡынса баһалар "етмеш ҡағиҙәһе"н файҙаланып эшләнә. Мәҫәлән, уға ярашлы, иҡтисад үҫеүе йылына яҡынса 3,5 % менән барһа, реаль ЭТП 20 йылдан ике тапҡырға арта, ә 1000 йылда реаль ЭТП тапҡырға үҫә.

Иҡтисад үҫеүенең неокейнссы теориялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисад үҫеүенең төрлө теориялары һәм моделдәре бар.

Ҡайһы йүнәлеште өҫтөн күреүҙәренән сығып, ғалимдар билдәле моделдәр ярҙамында тулайым ихтыяж (неокейнссылар) йәки тулайым тәҡдим динамикаһын билдәләүсе шарттарҙы (неоклассик>тар) тасуирларға тырыша.

Кейнс I=S (инвестициялар=һаҡлыҡтағы средстволар) шарты үтәлгән осраҡта өлгәшелә торған макроиҡтисади тигеҙлек проблемаларын ҡараған.

Ул инвестицияларҙың ЭТП-ға күбәйтеп арттырыусан (мультипликатив) йоғонтоһон, шулай уҡ тулайым ихтыяждың иҡтисад үҫешенә йоғонтоһон нигеҙләй.

Дельта ЭТП=m*дельта I

Харрод — Домар моделе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Неокейнссы моделдәрҙең иң ябайы — 1939 йылда Р. Харрод һәм 1946 йылда Е. Домар тарафынан тәҡдим ителгән Харрод—Домар моделе.

Һыҙаттары

Моделгә түбәндәгеләр хас:

  • Инвестициялар артыуы тышҡы үҙгәреүсән дәүмәл булып тора һәм тулайым ихтыяж менән тулайым тәҡдимдәр үҫеүенең берҙән-бер шарты итеп ҡарала
  • Инвестицияларҙың тауар тәҡдим итеүгә йоғонтоһо бар
  • Ихтыяж тәҡдимгә тиң
  • Ихтыяж үҫеше тәҡдим үҫешенә тигеҙ
  • Һаҡлыҡтағы средстволар инвестицияларға тигеҙ булырға тейеш, был иҡтисад үҫеүенең шарты булып тора
  • Әгәр һаҡлыҡтағылар>инвестициялар булһа, запастар үҙгәреү барлыҡҡа килә, был етештереү ҡеүәттәренең бушауына (эшһеҙлеккә) килтерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Экономическая теория» З. К. Океанова, учебник, Москва 2007. — 652 с. Взято со страницы 413
  2. Йозеф Алоис Шумпетер (1883—1954).
  3. «Экономическая теория» З. К. Океанова, учебник, Москва 2007. — 652 с. Взято со страницы 414
  4. Гусаров В. Ю. Типология факторов экономического роста и их развитие. — Вестник ТИСБИ № 1, 2008 г.
  5. Корчагин Ю.
  6. Компактные математические модели развития Мир-Системы // Прогноз и моделирование кризисов и мировой динамики / Отв.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Барро Р., Сала-и-Мартин Х. Экономический рост. М.: Бинон, 2010. 822c. — ISBN 978-5-94774-790-4
  2. Лукас Р. Э. Лекции по экономическому росту М.: Издательство Института Гайдара — 2013. 288с — ISBN 978-5-93255-364-0
  3. Макконнелл К. Р., Брю С. Л. 14 издание. Экономикс. Москва: Инфа-М,2005.
  4. Портер. М. Д. Конкуренция. Пер. с англ. М.: Вильямс, 2003.
  5. Лавров Е. И., Капогузов. Е. А. Экономический рост: теории и проблемы: учебное пособие. — Омск: Изд-во ОмГУ, 2006. — 214 с.
  6. Корчагин Ю. А. Человеческий капитал как интенсивный социально-экономический фактор развития личности, экономики, общества и государственности, Москва, ВШЭ, 2011
  7. Селищев А. С., Селищев Н. А. Китайская экономика в XXI веке. Санкт-Петербург: Питер, 2004.
  8. Экономика. Под ред А. С. Булатова. М.: Магистр: Инфа, 2012. ISBN 978-5-9776-0161-0.