Иҫке Нуғай торалары
Иҫке Нуғай торалары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Урын | Краснокама районы |
Иҫке Нуғай торалары (рус. Старонагаевские стоянки ) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан Ҡормантау мәҙәниәте дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Нуғай торалары Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 4—4,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ағиҙел йылғаһының уң яры морононда ул саҡта Иҫке Нуғай тип аталған ауыл янында борон кешеләр йәшәгән урын табылған. Был ауыл хәҙерге көндә юҡҡа сыҡҡан.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торала ҡаҙып тикшеренең ваҡытында Бура мәҙәниәтенә ҡараған һауыттар табылған. Улар балсыҡтан ҡабырсаҡ ҡушып яһалған һәм бәләкәй генә соҡорло биҙәк, ишелгән бау эҙҙәре менән биҙәлгән. Саҡматаштан эшләнгән әйберҙәр ҙә табылған.
Тораларҙы тикшереү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Нуғай торалары 1956 йылда археолог — тыуған яҡты өйрәнеүсе Анисим Павлович Шокуров тарафынан асыла.1967 йылда Мулла-2 тораһын асып, уны 1971 йылға тиклем тикшерә.500-ҙән артыҡ таш, бронза, башланғыс тимер быуаттарҙың һәм урта быуаттарҙың фән өсөн айырата ҡиммәтле археологик ҡомартҡыларын тапҡан шәхес.
Торалар 1969 йылда археолог Владимир Савельевич Стоколос тарафынан тикшерелә.Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археологик тикшереүҙәр бүлеге үҙ эшмәкәрлегенә баһа биреп, ошоларҙы яҙа:
«1960-1980 йылдар археологик тикшеренеүҙәр йәһәтенән бик үк әүҙем һәм емешле була. Был осорҙа К. В. Сальников, Н.Ә. Мәжитов, М. Х. Садыҡова, һуңыраҡ А. Х. Пшеничнюк, В. С. Стоколос, В. А. Иванов, Ю. А. Морозов, Б. Б. Агиев киң разведка экспедицияларын етәкләй. Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында тиҫтәләрсә ҡәберлектәр һәм торамалар тикшерелгән, төбәктең боронғо һәм урта быуаттар тарихының барлыҡ осорҙары буйынса бай материал алынған. Төрлө дәүерҙәрҙә ҡараған меңдәрсә ҡомартҡы яңынан асылған һәм тикшерелгән»[3].
Иҫке Нуғай торалары асылған датаһы буйынса тап шул эҙләнеүҙәр ваҡытында яңынан тикшерелгән булып сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Иҫке Нуғай торалары//Башҡорт энциклопедияһы 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Отдел археологических исследований
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫке Нуғай торалары//Башҡорт энциклопедияһы 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.