Эстәлеккә күсергә

Иҫке Орхей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарихи-археологик комплекс
Иҫке Орхей - Старый Орхей
Orheiul Vechi
Ил

Молдавия

Район

Оргеев районы

Координаталар

47°18′05″ с. ш. 28°58′21″ в. д.HGЯO

Бейеклеге

48 м

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Иҫке Орхей - Старый Орхей (Молдавия)
Иҫке Орхей - Старый Орхей
Иҫке Орхей - Старый Орхей

}}

}} Иҫке Орхе́й (рум. Orheiul Vechi) — Кишинёвтан төньяҡ-көнсығышҡа 60 километр алыҫлыҡта, Реут йылғаһы буйында ятҡан тарихи-археологик комплекс, дөйөм майҙаны 500 гектар булған «Иҫке Орхей» тәбиғи-мәҙәни ҡурсаулығы составына инә[1]. Иҫке Орхейҙа төрлө цивилизация эҙҙәре табылған. Бында б.э.т. VI—I быуаттарға ҡараған һет-дак ҡәлғәһе, Алтын Урҙа ҡаласығы Яңы шәһәр (Янги-Шехр) йәки, ғәрәп сәйәхәтселәре атағанса, — Шехр-аль-Джедид (XIV быуаттың 30-60-сы йылдары), XIV быуат һуңынан билдәле православие монастырҙары һәм молдаван ҡалаһы Орхей (XV—XVI быуаттар) урынлашҡан.

Был территорияла борондан кешеләр йәшәгән, сөнки Реут йылғаһы бөгөлөндә ярҙарҙың өс яҡтан аҫылынып торған ҡаялар менән уратып алынған ярымутрау булып сығып тороуы, дошмандарҙан ышаныслы һаҡланыуҙың тәбиғи мөмкинлеген биргән. Был урында төрлө халыҡтарҙың күп тораҡ урындарына нигеҙ һалынған һәм күп тораҡтар емерелгән. XIII быуат уртаһында Алтын Урҙа был территорияны яулап алған һәм XIV быуатта урҙа (алғы азия) стилендәге Янги-Шехир (Яңы Шәһәр) тип аталған «Яңы Ҡала» ҡалҡып сыҡҡан.

Мосолмандар археологтарға үҙҙәренең мираҫын: мәсет, ҡарауанһарай, мавзолейҙар (ҡәберлектәр) һәм мунсалар емереклектәрен ҡалдырған. Урындағы музейҙа, асыҡ һауа аҫтындағы экспонаттарҙан тыш, татар стилендәге глазурланған керамиканың бай экспозицияһы һаҡланған. XIV быуаттың 60-сы йылдары һуңында, Алтын Урҙа көсһөҙләнгән шарттарҙа, халыҡ элекке ҡаланы ташлап киткән һәм был урында молдаван торағы — Орхей ҡалаһы ҡалҡып сыҡҡан. Бында урындағы хәрби начальниктың — пыркалабаның резиденцияһы урынлашҡан булған, эргәһендәге погостары менән ике православие сиркәүе төҙөлгән. XVI быуаттың уртаһы тирәһендә Молдаван кенәзлеге хужаһы ҡаланы Реут йылғаһы ағымы ыңғайына 18 километрға үргәрәк, хәҙерге Оргеев ҡалаһы урынына күсергән. Археологик ҡурсаулыҡ шул урында торған урта быуат ҡалаһы исемен йөрөтә, тик хәҙер уны Иҫке Орхей тиҙәр. Иҫке Орхей музей комплексы тарихи һәйкәлдәрҙең һәм тәбиғи ландшафттың системаһын барлыҡҡа килтерә.

Иҫке Орхей үҙенең ҡаяларҙа төҙөлгән монастырҙары менән дан тота. Ошо территория иртә христианлыҡ йәмғиәтендә монахлыҡҡа китеп йәшәүселәр өсөн идеаль ер булған. Ул тышҡы донъянан бүленгән (изолирован) булған. Христиандар был ергә килгәндә, моғайын, ҡаялар эсендә тарихи дәүергә тиклем был территорияла йәшәгән кешеләр тарафынан соҡолоп эшләнгән мәмерйәләр булғандыр. Христиандар булған мәмерйәләрҙе файҙаланғандыр. Урта быаттарҙа православие монах тормошоноң таралыуы һәм ҡырым һәм бәшәнәк (буджак) татарҙарының сапҡындары монахтарҙы төпкөлдәге буй етмәҫлек ҡаяларға инеп йәшәргә мәжбүр иткән. Улар булған мәмерйәләрҙе киңәйткән һәм яңыларын эшләгән. Ҡайһы бер мәмерйәләр беҙҙең көндәргә тиклем яҡшы һаҡланған.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был төбәктә йыш ҡына ҡабатланған ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә, күп ҡаялар, кельялары-ние менән Реут йылғаһының һыуҙарына ҡолаған булырға тейеш, шулай ҙа күп комплекстар хәҙер ҙә яҡшы хәлдә. Иҫке Орхейҙа иң нығытылған ҡоролма булып ҡаяға яһалған һет ҡәлғәһе һанала. Ҡәлғә тирә-йүн менән, кәрәк саҡта бикләп ҡуйып булған, тар ғына һуҡмаҡ менән бәйләнгән. Шуның өсөн урын ҡәлғә төҙөү өсөн идеаль тап килгән. Б.э. III быуаты һуңында, герман ҡәбиләләре һөжүменән ялҡҡан халыҡ ҡәлғәне ташлап киткән. Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған тағы ла бер ҡоролма булып Алтын Урҙа төҙөгән һәм һуңғараҡ молдаван хужаһы файҙаланған урта быуаттар ҡәлғәһе тора.

Иҫке Орхей тарихында 3 осор билдәләнә.

Алтын Урҙанан элгәрге осор (XII—XIII быуаттар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был арауыҡта Иҫке Орхей (Галицк-Волынь кенәзлеге йоғонтоһондағы территория) урынында, бүрәнә диуар һәм ҡарауыл башнялары менән һаҡланған ҡәлғә-поселение булған. Ҡаҙыныу эштәре алып барғанда, археологтар уның ҡалдыҡтарын тапҡан. Тораҡ халҡы һыу юлын файҙаланып, төньяҡ-ҡара диңгеҙ ҡалалары һәм Днестр йылғаһының һул ярында урынлашҡан яҡын территориялар менән әүҙем сауҙа иткән.1241-1242 йылдарҙағы татар-монгол яуы барышында тораҡ һәм ҡәлғә емерелгән[2].

Алтын Урҙа осоро (XIV быуаттың 30-60-сы йылдары)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Требужены ауылында татар мунсаһы емереклектәре

1330 йыл тирәһендә шул уҡ урында татарҙар яңы ҡалаға нигеҙ һалған һәм Янги-Шехр (ғәрәп сәйәхәтселәре уны Шехр-аль-Джедид тип атаған) төҙөгән, иҫке татар теленән тәржемә иткәндә, Яңы ҡала тигәнде аңлата. Ҡала урҙа (шулай уҡ алғы Азия) оҫталары етәкселегендә төҙөлгән. Археологтар бында Алтын Урҙаның үҙенсәлекле һыҙатлы ҡоролмалар — ҡарауанһарай, мәсет һәм мавзолей-мазарҙар, йәмәғәт мунсалары тапҡан[2]. Бөгөнгө көнгә саҡлы ванналар, ял итеү, массаж өсөн айырым бүлмәләре, йылытыу һәм елләтеү ҡоролмалары булған мунса ҡалдыҡтары һаҡланған. Интерьер ҡалдыҡтары мунсаның эске йыйыштырылыуы иҫ киткес матур, бай булғанлығы тураһында һөйләй. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, Иҫке Орхей мунсалары рим мунсаларының прототибы, икенселәре Әрмәнстандағы, Ҡырымдағы, Иҙел (Волга) буйы ҡоролмалары менән дөйөм элементтары булыуын билдәләй[3]. Боронғо ҡоролмаларҙың ҡаҙылып алынған фундаменттары хәҙерге ваҡытта, туристарҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн, өҫтәп төҙөлгән[4][5]һәм дәүләт тарафынан ҡурсалана.

Молдаван осоро (XIV быуаттың 60-сы йылдары— XVII быуаттың икенсе яртыһы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Реут йылғаһындағы Бутуча(е)ны ауылы (Оргеев районы) монастыры

1369 йылда Янги-Шехир Молдаван кенәзлеге тарафынан таланған һәм емерелгән, татарҙар Днестр-Прут йылға аралығынан ҡыуылған[6], ә урындағы халыҡ ҡәлғәлә, уға «Орхей» («ҡәлғә, нығытма») тигән исем биреп, шунда йәшәп киткән[2]. Ҡала үҫкән һәм мөһим оборона (ҡурғау, һаҡлау) әһәмиәтенә эйә булған. Фортификацион ҡоролмалар төҙөлгән, емерелгән татар ҡәлғәһе тергеҙелгән. Көнбайыштан ҡала ике рәт ағас-ер оборона ҡоролмалары, ә башҡа яҡтарынан ҡала йылғаның текә ярҙары менән һаҡланған. Шулай итеп, ҡала нығытмалар ҡулсаһы менән уратылған.

Пыркалаба һарайының тергеҙелгән ҡалдыҡтары

XV быуаттың икенсе яртыһында Бөйөк Стефан III дәүерендә таш цитадель төҙөлгән. Уның стиле — шул осорҙағы типик молдаван фортификацион ҡоролма. Ҡәлғә мөйөштәрҙәге һәм ҡапҡа өҫтөндәге манараһы менән дүрткел формаға эйә булған. Уның эсендә хужа тәғәйенләгән ҡала һәм округаның юғары хәрби һәм гражданлыҡ начальнигының, пыркалабтың, һарайы булған.

XV быуатта, Молдаван кенәзлегенең үҫешкән осоронда, Иҫке Орхей һөнәрселек производствоһы һәм сауҙа үҙәктәренең береһенә әүерелгән. Археологтар шул ваҡыттағы башҡа ҡоролмаларҙы ла тапҡан — XV быуат башындағы сиркәү фундаментын, һөнәрселек оҫтаханаларын, кеше йәшәгән торлаҡтарҙы, мунсаларҙы. Металл, керамика, яндырылған балсыҡтан предметтар, тәңкәләр табылған[2]

Иҫке Орхей

Көнсығыш Европа илдәре менән сауҙа бәйләнешендә торғандар.

1484 йылда Белгородты (хәҙер Белгород-Днестровский) төрөктәр баҫып алғанлыҡтан, Ҡара диңгеҙ буйындағы төп сауҙа юлы бикләнгән. Был хәл ҡалаға етди иҡтисади зыян килтергән. XV—XVI быуат сиктәрендә ҡалаға бер нисә тапҡыр ҡырым татарҙары һөжүм иткән, һәм ҡала бөлгөнлөккә төшөрөлгән. 1538 йылдың йәйендә төрөк солтаны Күркәм Сөләймәндең походынан һуң Орхей яңынан ҡыйратылған[2]. Һөҙөмтәлә, XVI быуат уртаһында ҡала хәҙерге Оргеев ҡалаһы территорияһына күсерелгән. Тарихсылар быны сауҙа юлы ыңғайына күсеү менән бәйләй. Иҫке урында XVII быуаттың икенсе яртыһына саҡлы Мовилэ атамалы ауыл булып, ул да аҡрынлап юҡҡа сыҡҡан.

Иҫке Орхейҙа иҫтәлекле урындар

Иҫке Орхей территорияһында ҡаҙыныуҙар 1940 йылдарҙан бирле алып барыла. Ҡаҙыныу эштәренең башында Георгий Дмитриевич Смирнов, Павел Петрович Бырня, Иван Тимофеевич Никулицэ, Иван Георгиевич Хынку кеүек ғалимдар торған. 1996 йылдан Иҫке Орхейҙағы ҡаҙыныуҙарҙы тарих фәндәре докторы Георге Постикэ етәкләгән. 1968 йылда «Иҫке Орхей» музей комплексы барлыҡҡа килгән. Музей комплексы территорияһында Оргеев районының Требужены, Бутуча(е)ны, Моровая ауылдары урынлашҡан.

Иҫке Орхейҙа Реут йылғаһы буйындағы ҡая-мәмерйәләрҙә тумырып яһалған монастырҙар бар. Иң боронғо православие скиты «Пештере» Реут йылғаһынан 60 м бейеклектә төҙөлгән, һәм уны һуңғараҡ түбәһенә ҡоролған сиркәү манараһы буйынса танып була. Ул алтарлы сиркәүҙән, кельялар төркөмөнән, Реутҡа алып барыусы баҫҡыслы коридорҙан тора. Сама менән XVIII быуат тирәһендә ярҙың ишелеүе скитҡа (монахтар йәшәй торған урын) алып барған юлды юҡҡа сығарған[7]. «Пештере» скитының тышҡы фотоһы, 1-се фотола ишелеү арҡаһында емерелгән таш баҫҡыс ҡалдыҡтары күренә: 1(недоступная ссылка), 2 2016 йыл 4 март архивланған., 3 2016 йыл 4 март архивланған., 4.

Реут ағымынан үрҙәрәк үҙ-ара бәйләнгән һәм һәр береһенең үҙенең сығыу урыны булған биш келья-мәмерйәнән торған һуңғараҡ осорҙа һалынған скит бар. Был скитҡа орхей пыркалабы Босий 1675 йылда нигеҙ һалған. Эргәләге ҡаяла яҙылған молдаван тексынан, 1690 йылда был мәмерйә скиттарында запорожье казагы Стец Хатман башында торған гайдуктар йәшеренгән, тигән мәғлүмәт белергә була[7].

Пыркалаб Босий нигеҙ һалған скит стеналарындағы яҙыуҙар

1821 йылда ҡаялағы «Пештере» монастырына Оргеев районы Бутучены ауылы яғынан 20 был метр оҙонлоғондағы туннель һалынған һәм яңы инеү урыны эшләнгән, ә 1890 йылда инеү урынына сиркәү манараһы төҙөлгән[2][7]. 1915 йылда йыраҡ түгел православие сиркәүе һалынған, һәм ҡая монастыры әһәмиәтен юғалтҡан.

  1. Принято постановление о создании природно-культурного заповедника «Старый Орхей». Point.md. Дата обращения: 7 декабрь 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Орхей, района Орхей. www.moldovenii.md. Дата обращения: 16 ноябрь 2015.
  3. Егоров В. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв.
  4. Orheiul Vechi. Oh, The Places You'll Go!. Дата обращения: 7 декабрь 2015.
  5. Joe's Trippin': Visitin' THE Moldovan Tourist Attraction. joestrippin.blogspot.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2015.
  6. Смирнов Г. Д., Археологические исследования Старого Орхея, КСИИМК, No 56, M., 1954; Полевой Л. Л., Нумизматические данные к истории молдавского средневек. города Старого Орхея, КСИИМК, No 66, M., 1956.
  7. 7,0 7,1 7,2 Древнейшие церкви Бессарабии (The oldest churches of Bessarabia) 1918. www.academia.edu. Дата обращения: 11 май 2016.