Иҫке йәрминкә Спас ғибәҙәтханаһы
Иҫке йәрминкә Спас ғибәҙәтханаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1818 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Преображение Господне[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Урын | Нижегородская ярмарка[d] |
Епархия | Нижегородская епархия[d] |
Бағышланған | Преображение Господне[d] |
Архитектура стиле | Классицизм |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (левый берег)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Бейеклеге/буйы | 39 метр |
Рәсми сайт | nne.ru/objects/spasskij-… |
Указания, как добраться | Ярмарочный проезд, 10, к1 (Бетанкуровский канал) |
Иҫке йәрминкә Спас ғибәҙәтханаһы Викимилектә |
Спас-Преображенский (Староярмарочный, Спасский) соборы — был Түбәнге Новгородтың Түбәнге йәрминкә территорияһындағы һуңғы классицизм стилендәге ҡорам. 2009 йылдың 12 сентябренә тиклем — Түбәнге Новгород епархияһының кафедраль соборы[2][3].
Тәхеттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төп тәхете — Происхождение (изнесение) Честных Древ Животрворящего Креста Господня хөрмәтенә;
- ҡанаты — Изге кенәз Александр Невский хөрмәтенә;
- ҡанаты — Преподобный Макарий Желтоводский һәм Унженский хөрмәтенә.
Изге әйберҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге бөйөк кенәз Георгий Всеволодович иконаһы, мәйетенең киҫәксәләре;
- Изге бөйөк кенәз Александр Невский иконаһы, мәйетенең киҫәксәләре;
- Преподобный Серафим Саровский иконаһы, мәйетенең киҫәксәләре;
- Изге благоверный кенәздәр Петр менән Феврония Муромский иконаһы, мәйеттәренең киҫәксәләре;
- Святитель Иннокентий Московский иконаһы, мәйетенең киҫәксәләре;
- Изге ғәҙел Алексий Бортсурманский иконаһы, мәйетенең киҫәксәләре;
- Пресвятая Богородицаның «Всех скорбящих Радость» иконаһы;
- Нерукотворный Образ Спасителя иконаһы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Түбәнге Новгородҡа Макарьев йәрминкәһе күсерелә. Шул уҡ йылда Ока йылғаһының һул ярында йәрминкәнең төп ҡоролмалары төҙөлә башлай. Йәрминкә проекты А. Бетанкур тарафынан эшләнә. Ул Санкт-Петербургтағы Исаакий соборын төҙөгән архитектор Огюст Моферранды собор төҙөргә саҡыра. Төҙөлөш 1822 йылда тамамлана.
Йәрминкә йылына бер ай ғына эшләгәнлектән, ҡорам һәм ундағы причт экономия яһау маҡсатынан сығып Кремлдәге Спас-Преображенск соборы ҡарамағында тора. Ул соборҙан яңы ҡорамға бөтә кәрәк-яраҡ һәм икона килтерелә. Тап шуға күрә ҡорамды Спас ҡорамы тип атап йөрөтә башлағандар. Соборҙың иконостасын итальян Торричелли европа сиркәү ҡанундары буйынса биҙәй, шунлыҡтан күп кенә ғибәҙәт ҡылыусылар яланғас тәнле изгеләр иконаһы ҡаршыһында ғибәҙәт ҡылмайынса, үҙҙәре менән үҙ иконаларын алып килгән. Ахырҙа иконостас архитектор В. П. Стасов тарафынан яңынан яһалған. Ҡорам Иҫке йәрминкә ҡорамы тип яңы Александр Невский ҡорамы төҙөлгәндән һуң атала башлаған.
Төп бинаны төҙөү йәрминкәнең пландағы буласаҡ йорто артында алып барылырға тейеш була. Бина үҙе ташып һалынған ер өҫтөнә һалынған, шунлыҡтан ваҡыт үтеү менән грунт һыуҙары һәм яҙғы һыу баҫыу грунтты йыуып ағыҙған, бина сүгеп, стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килгән. XIX быуат аҙағында бина архитектор Р. Я. Килевейндың (эштәр етәксеһе П. С. Бойцов) проекты буйынса капиталь ремонтланған.[4]. Реставрациянан һуң, 1888 йылдың 31 июлендә ғибәҙәтхана яңынан изгеләндерелә[5]. 1899 йылда ғибәҙәтхана янындағы ҡыңғырау манараһы ҡорамға ҡолап төшөү хәлендә тора. Яңы манара 1906 йылда архитекторҙар П. П. Малиновский һәм Е. М. Мичурин тарафынан иҫке стилен һаҡлап төҙөлә.
Революциянан һуң ғибәҙәтханала склад урынлашҡан, ә административ биналарҙа фатирҙар барлыҡҡа килгән. 1989 йылдың апрелендә Дин эштәр буйынса совет Горький епархия идаралығына тапшыра һәм ғибәҙәтхананы ремонтлап, кафедраль собор сифатында ҡулланырға ҡуша. Ҡорамды реставрациялау эштәре кисекмәҫтән башлана, бер үк ваҡытта унда шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә ғибәҙәт ҡылыуҙар алып барыла.
Ғибәҙәтхананың Изге преподобный Макарий Желтоводский ҡанаты миһрабы янында Түбәнге Новгород һәм Арзамас митрополиты Николай (Кутепов) ерләнгән[6][7][8]. 2002 йылда уның ҡәбере өҫтөндә часовня-кәшәнә төҙөлә
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Божественная литургия (12.01.2010) |
. 2009 йылдың 11 сентябрендә Бөтә Русь патриархы Кирилл Чернобыль АЭС-ндағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Түбәнге Новгород кешеләренә ҡуйылған һәйкәлде асыуға килә. Һәйкәл ике метр бейеклегендәге фәрештә фигуралы итеп эшләнгән, ул өс метр бейеклегендәге постаментта тора. Постаменттың гранит плитә менән көпләнгән урынында Священное Писаниенан цитаталар һәм һәләк булған кешеләрҙең исемдәре уйып яҙылған. Һәйкәл кафедраль собор алдындағы аллеяла тора. Новгород епархияһы һәйкәл эшләү процесында үҙ өҫтөнә ала. Чернобыль аэс-ындағы аварияны бөтөрөүселәргә һәйкәл эшләү 2009 йылдың 5 сентябрендә тамамлана. Ә соборҙың бейеклеге 40 метр тәшкил итә[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Собору в честь святого благоверного князя Александра Невского в Нижнем Новгороде присвоен статус кафедрального 2012 йыл 18 июнь архивланған., Нижегородская епархия, 12 сентября 2009 года
- ↑ Общие сведения о Нижегородской епархии 2015 йыл 4 ноябрь архивланған., Нижегородская епархия
- ↑ Нащокина М. B. Архитекторы московского модерна. Творческие портреты. — 3-е изд. — М.: Жираф, 2005. — С. 83. — 2500 экз. — ISBN 5-89832-043-1.
- ↑ Приходы Нижнего Новгорода . Нижегородская метропролия. Дата обращения: 27 октябрь 2013. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Святители земли Нижегородской. НИКОЛАЙ (КУТЕПОВ), митрополит Нижегородский и Арзамасский (1977—2001) 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Спасский кафедральный собор 2009 йыл 12 август архивланған., nne.ru
- ↑ Выставка, посвященная памяти митрополита Нижегородского и Арзамасского Николая (Кутепова), открылась в Нижнем Новгороде, patriarchia.ru, 4 октября 2008
- ↑ Спасский Староярмарочный собор в Нижнем Новгороде: описание, история, фото, точный адрес (рус.). Тонкости туризма. Дата обращения: 16 май 2017.