Иҫәпләү математикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Вавилон балсыҡ таблицаһы (яҡынса б.э.т. 1800–1600 йылдар), хәҙерге аңлатмалар менән. 2 һанының тамыры дүрт алтмышарлы һандың суммаһы менән яҡынлаштырыла:  \sqrt{2} = 1 + 24/60 + 51/60^2 +
 + 10/60^3 = 1,41421296\ldots

Иҫәпләү математикаһы – ул математиканың төрлө иҫәпләүҙәр башҡарыу менән бәйле тармағы. Тарыраҡ мәғәнәлә иҫәпләү математикаһы – ул математик мәсьәләләрҙе һандар ысулы менән сисеү теорияһы.

Йыш ҡына ысынбарлыҡта тыуған мәсьәләләрҙең теүәл яуаптарын табыу мөмкин түгел, был осраҡта улар яҡынса сиселә. Нәҡ иҫәпләү математикаһы яраҡлы хата сиктәрендә мәсьәләләргә яуап табыу менән мәшғүл. Хәҙерге көндә был фән компьютер ярҙамында иҫәпләү үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе лә үҙ эсенә ала.

Иҫәпләү математикаһы машина төҙөү һәм физик өлкәләрҙә киң ҡулланыла. XXI быуаттан уның нигеҙендә тәбиғи фәндәрҙең яңы тармаҡтары барлыҡҡа килә.