Эстәлеккә күсергә

И. А. Крылов һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
И. А. Крылов һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1976
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пресненский район[d]
Урын Мәскәү
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27603009?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Малая Бронная улица, сквер у Патриарших прудов
Карта
 И. А. Крылов һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә


Иван Андреевич Крылов һәйкәле Мәскәүҙә Патриарх быуаһы янында Бәләкәй Бронный урамында урынлашҡан.

И. А. Крылов һәйкәленең авторы — скульптор Андрей Александрович Древин (1921—1996). Крылов һәйкәле 1976 йылдың 17 сентябрендә асыла. Архитекторы — Чалтыкьян Армен. Басня яҙыусы парк эскәмйәһендә ултырыртып һүрәтләнгән. Бында Иван Андреевич замандаштары күрһәткәнсә — бер аҙ таушалған кейемдә, яй хәрәкәтсән, флегматик һәм хуш күңелле кеше итеп һүрәтләнгән. Крылов һыны яҙыусының портретына оҡшаш. Скульптура киң һәм тәпәш постаментҡа ҡуйылған. Постаменты-гранит таштан, унда «Иван Андреевич Крылов» тип ябай ғына яҙып ҡуйылған.

Скульптура композицияһына уның 12 басняһының персонаждарын рельефлы итеп яһап ҡуйғандар. Скульптор Даниэль Митлянский И. А. Крылов фигураһынан ситтәрәк торған персонаждар рельефының авторы — бында квартет музыканттары (Маймыл, Ишәк, Кәзә тәкәһе һәм Тайыш табан айыу), Фил һәм Мүскә, Маймыл менән күҙлектәр, Ҡарға һәм Төлкө һәм башҡалар ҡуйылған. Һәйкәл тирәләй быуаға табан ҡаратып эскәмйәләр ҡуйылған.

Крылов һәйкәле һәм уның баснялары геройҙары ваҡыт-ваҡыт реставрацияланып тора[2].

  1. Решение Президиума Московского Городского Совета народных депутатов № 84 от 30.07.1992
  2. На Патриарших прудах реставрируют памятник Ивану Крылову. РИА Новости, Центральный округ. Дата обращения: 8 июль 2005.(недоступная ссылка)