Эстәлеккә күсергә

Йомағолов Баймөхәмәт Ишмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомағолов Баймөхәмәт Ишмөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡорт АССР-ы
 РСФСР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 1946
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены

Йомағолов Баймөхәмәт Ишмөхәмәт улы (1906 йыл — 1946 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнеүсе.

Баймөхәмәт Ишмөхәмәт улы Йомағолов 1906 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ғәлиәкбәр ауылында (хәҙер Бөрйән районы) тыуған. «Ҡыҙыл байраҡ» проартелендә эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 25 июнендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Баймөхәмәт Ишмөхәмәт улы 58-се уҡсылар бригадаһында уҡсы булып, Калининград, Сталинград, Ленинград фронттарында һуғыша. Дүрт тапҡыр яралана.

1943 йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтарыла. Һуғыштан һуң 1946 йылда Ғүмәр ыҙмаһы тигән ерҙә аслыҡтан үлеп ҡала һәм шунда ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • III дәрәжә Дан ордены (1947)