Йомағужин Валерий Әфтәх улы
Йомағужин Валерий Әфтәх улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 июль 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Түбәнге Ләмәҙ ауылы, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Переславль ҡалаһының А. К. Айламазян исемендәге университеты[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Йомағужин Валерий Әфтәх улы (18 июль 1950 йыл) — ғалим-математик. Физика-математика фәндәре докторы (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерий Әфтәх улы Йомағужин 1950 йылдың 18 июлендә Башҡорт АССР-ының Оло Теләк районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) тыуған. 1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм артабанғы дүрт йыл дауамында (1973—1976) шунда уҡ, юғары алгебра һәм геометрия кафедраһында, эшкә ҡалдырыла. 1973 йылда Һарытау дәүләт университетының геометрия кафедраһы ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә. Бында ул В. В. Вагнер һәм М. В. Лосик етәкселегендә тикшеренеү эштәрен алып бара[1]. 1979 йылда Ҡаҙан дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Аспирантуранан һуң ул эшен Башҡорт дәүләт университетында дауам итә, башта ассистент булып, һуңынан — өлкән уҡытыусы вазифаһында[1]. В. Ә. Йомағужиндың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарының формалашыуына 1980-се йылдар башында А. М. Виноградов, уның идеялары һәм эш һөҙөмтәләре менән танышыуы ифрат ҙур йоғонто яһай. Яңы өлкәлә тәүге эштәре (А. М. Виноградов һәм В. Н. Гусятникова менән берлектә) икенсел дифференциаль операторҙарға арнала.
1985 йылдан башлап (өҙөклөк менән) А. М. Виноградовтың саҡырыуы буйынса В. Ә. Йомағужин Переславль-Залесский ҡалаһына күсә[1]. һәм РФА ның А. К. Айламазян исемендәге Программа системалары институтының системалы анализ тикшеренеү үҙәгендә эшләй: 1992 йылдан алып — өлкән, 2011 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре вазифаһында. 1991—1992 йылдарҙа. «Робот ландия» ЯСЙ программисы, бер үк ваҡытта (1997 йылдан башлап) Переславль ҡалаһы университетында (бөтәһе лә — Переславль-Залесский ҡалаһы) уҡыта[2].
Бында тәүге үк эшендә алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешә һәм ул 19 быуат уртаһында уҡ ҡуйылған проблеманы хәл итеүгә өлгәшә. 2004 йыл һәм 2005 йылдың көҙгө семестрын В. Ә. Йомағужин профессор М. Марван саҡырыуы буйынса Силезия универстетында (Чехия республикаһы) үткәрә һәм М. Марван менән берлектә тикшеренеүҙәрҙәр өҫтөндә эшләй[1].
Себер федераль университетында (Красноярск ҡалаһы) 2010 йылдың апрелендә яҡланған докторлыҡ диссертацияһы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булып тора[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль инварианттарҙы иҫәпләп сығарыу ысулдарын эшләүгә һәм уларҙың ҡушымталарына арналған. В. Ә. Йомағужин тарафынан 2-се дәрәжә ябай дифференциаль тигеҙләмәләрҙең киң класы өсөн, шулай уҡ 2 үлсәмле күп төрлөлөктәге туҡымалар өсөн скаляр дифференциаль инварианттар алгебраһының тулы тасуирламаһы, дөйөм хәлдәге Монж-Ампер гиперболик тигеҙләмәләренең һәм һыҙыҡлы ябай дифференциаль тигеҙләмәләрҙең контактлы классификацияһы эшләнә, газ динамикаһы һәм акустика тигеҙләмәләренең асыҡланған яңы сығарылыштары табыла.
40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Төп ғилми хеҙмәттәре:
- Хеҙм.: On geometric structures of 2-dimensional gas dynamics equations //Lobachevski Journal of Mathematics. 2009. Vol.30. № 4 (авторҙаш);
- Differential Invariants of Second Order ODEs, I //Acta Applicandae Mathematicae. 2010. Vol.109. № 1.
Математиканан тыш, Валерий Әфтәх улы спорт менән әүҙем шөғөлләнә: Переславлгә күскәнгә тиклем ул эштән буш ваҡытын альпинизм һәм ҡаяға менеүгә бағышлаһа, Преславлдә ул — саңғысы һәм һунарсы, аҙаҡҡы уның мауығыуҙары — тау саңғылары һәм ролик конькиҙар[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 В.А. Юмагужин(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Йомағужин Валерий Әфтәх улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йомағужин Валерий Әфтәх улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.