Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы
Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы) Асы ауылы |
Вафат булған көнө |
12 февраль 2006 (77 йәш) |
Вафат булған урыны |
Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы |
Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы (1 март 1928 йыл — 12 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1956). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районы) Асы ауылында тыуған.
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай (1952), 1955 йылдан алып шунда уҡ эшләй. 1956—2003 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1957 йылдан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы деканы, 1967—1970 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең диалектологияһы, лексикологияһы, фразеологияһы һәм морфологияһы мәсьәләләренә арналған. Ғалимдар Фәнүзә Нәҙершина, Зиннур Ураҡсин менән авторҙашлыҡта "Башҡортса-русса фразеологик һүҙлек"те (1973) төҙөүселәрҙең береһе. 130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теленән дәреслектәр һәм уҡыу-методик ҡулланмалар авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт телендә оҡшатыу һүҙҙәре. Өфө, 1971;
- Башҡорт телендә эвфемизмдар;
- Башҡорт мәҡәлдәренең синтаксик төҙөлөшө. Стәрлетамаҡ, 1996;
- Ф. А. Нәҙершина, З. Ғ. Ураҡсин, Х. Ғ. Йосопов. Башҡортса-русса фразеологик һүҙлек. Өфө.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
- 1 мартта тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Белорет районында тыуғандар
- 12 февралдә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Стәрлетамаҡта вафат булғандар
- Башҡорт теле белгестәре
- Филология фәндәре кандидаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусылары
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- СССР мәғарифы отличниктары