Йылантамыр
Йылан тамыр | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Bistorta officinalis | ||||||||||||||||
|

.
Йылантамыр, йылан тамыры (рус. Горе́ц змеиный, лат. Polýgonum bistorta— ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-1,5 м тирәһе. Июнь-июль айҙарында алһыу сәскә ата, орлоғо июль-август баштарында өлгөрә.
Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡ ярымшарҙың уртаса климатында таралған. Йылан тамыры дымлы урындарҙа, һаҙлыҡлы ерҙә, урман ситтәрендә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған. Белорет, Бөрйән, Ишембай, Ҡариҙел, ДЫыуан райондарында бик йыш осрай.
Файҙаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ медицинаһында үләндең тамырһабағы ҡулланыла. Үләндә С витамины, каротин, ҡамаштырыу матдәһе, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тамырһабаҡты сентябрь-октябрь айҙарында ҡаҙып алалар. Һалҡын һыуҙа йыуып, күләгәле һәм ҡоро урында киптерәләр. Эре тамырһабаҡтар киптерер алдынан буйға ярыла. Дөрөҫ әҙерләгәндә һәм һаҡлағанда кипкән тамырһабаҡ ике йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
Йылантамыр ҡайнатмаһын үт ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙан-эсәк ауырыуы булғанда, эс киткәндә ҡулланырға кәңәш ителә.
Ҡайнатманы әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырһабаҡты 1 стакан һыуға һалып, 15-20 минут талғын утта ҡайнатыалар. Ярты сәғәт самаһы ҡалын япма менән томалап тотола.Ҡайнатманы көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1аш ҡалағы эсергә.
Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш иҡаҙнаһы ҡанағанда был ҡайнатма менән ауыҙҙы сайҡау файҙалы. Ҡатын-ҡыҙҙарға хас ҡайһы бер ауырыуҙарҙан йылан тамыры ҡайнатмаһы ҡулланыла. Тәндә экзема кеүек аллергик ауырыу барлыҡҡа килгәндә был төнәтмәне ҡушып ванна яһарға мөмкин [1]
Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() | ||||||||||
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Варис Ғүмәров. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 452. Polygonum bistorta L. (Bistorta major S.F.Gray) — Горец змеиный, или Раковые шейки //Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 50. — ISBN 9-87317-128-9.
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1