Йылмайыуҙар иле
Йылмайыуҙар иле | |
нем. Das Land des Lächelns | |
Нигеҙләү датаһы | 1929 |
---|---|
Атамаһы | Das Land des Lächelns, The Land of Smiles, Le Pays du sourire, Smilets land, El país de las sonrisas һәм Il paese del sorriso |
Модифицированная версия от | Die gelbe Jacke[d] |
Сәнғәт формаһы | Опера һәм оперетта[d] |
Әҫәрҙең теле | Немец теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1929[1] |
Композитор | Легар Франц[1] |
Либретто авторы | Фриц Лёнер-Бе́да[d] һәм Людвиг Херцер[d][1] |
Беренсе тапҡыр башҡарыла | 10 октябрь 1929 |
Действие происходит в эпоху | 1912 йыл |
Место действия | Вена һәм Пекин |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 3 Акт |
Персонаждар | Chief eunuch[d], Count Ferdinand Lichtenfels[d], Count Gustav von Pottenstein[d], Prince Sou-Chong[d], Lisa[d], Ling[d], Lore[d], Princess Mi[d], Tschang[d] һәм Q63677653? |
Йылмайыуҙар иле Викимилектә |
«Йылмайыуҙар иле» (нем. Das Land des Lächelns) — Австро-Венгрия композиторы Франц Легарҙың өс актлы опереттаһы. Тәүге тапҡыр Берлиндағы «Метрополь» театрында 1929 йылдың 10 октябрендә ҡуйыла. Ллибретто авторҙары: Людвиг Герцер, Фриц Лёнер-Беда. Оперетта тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, ифрат ҙур уңыш менән күп кенә илдәр сәхнәләрендә ҡуйыла, Су-Хуандың «Мин һиңә йөрәгемде бирҙем» исемле киң билдәле арияһы (нем. Dein ist mein ganzes Herz) әлеге көнгә тиклем иң эре донъя опера һәм оперетта тенорҙары репертуарына инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылдың февралендә Легар үҙенең «Һары кофта» исемле опереттаһын тамамлай (либреттоһын Виктор Леон яҙа). Тамашасы был опереттаны һалҡын ҡаршы ала. 1929 йылда либретто яҙыусылар Людвиг Герцер һәм Фриц Ленер-Беда тамашасы хөкөмөнә опереттаның яңы версияһын тәҡдим итәләр. Легар ҙа партитураһын үҙгәртә һәм бер нисә яңы номер индерә. Берлинда беренсе тамаша «Йылмайыуҙар иле» исеме аҫтында үтә. Төп принц Су-Хонг ролен Рихард Таубер башҡара. Был юлы оперетта ҙур уңыш ҡаҙана, йырсыға «Мин һиңә йөрәгемде бирҙем» арияһын халыҡ һорауы буйынса дүрт тапҡыр ҡабатларға тура килә. Венала оперетта киләһе йылда (1930) ҡуйыла һәм шулай уҡ ҙур уңышҡа тарый.
Төп ҡатнашыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Персонаж | Оригиналдағы исеме | Тауыш |
---|---|---|
Лиза, граф Лихтенфельздың ҡыҙы | Lisa | сопрано |
Густав фон Граф Поттенштайн | Von Pottenstein Gustav Graf | тенор |
Су-Хонг, Ҡытай принцы | Sou-Chong | тенор |
Принцесса Ми, Су-Хонгтың һеңлеһе | Mi | сопрано |
Чанг, Су-Хонгтың олатаһы | Tschang | баритон |
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I Акт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вена, 1912 йыл. Лиза, Лихтенфельз графтың ҡыҙы Лизаны йәш граф Густаф ярата, әммә ул балда Ҡытай принцы Су-Хонгка ғашиҡ була, принц та Лизағаны яратыуын белдерә. Принцты иленә кире саҡыртҡас, Лиза уны оҙатып барырға була.
II акт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай. Принцтың олатаһы Чанг Су-Хонгтан Лиза менән айырылышыуҙы һәм, принцттарға тейешле булыуынса, дүрт маньчжур ҡатын алыуҙы талап итә. Густавҡа Су-Хонгтың һеңлеһе Ми ғашиҡ була. Густав та ҡыҙға битараф түгел. әммә ул башта Лизаны ҡотҡарырға теләй.
III Акт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оперетта өсөн ғәҙәти булмаған күңелһеҙ финал: ғашиҡ парҙар айырылышыррға мәжбүр була.
Музыкаль номерҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Увертюра
- Бал сәхнәһе
- Лиза һәм Густав дуэты (Freunderl, mach dir nix draus)
- Су-Хонгтың инеш арияһы(Freunderl, mach dir nix draus)
- Лиза һәм Су-Хонг арияһы (Bei einem Tee a deux)
- Су-Хонгтың беренсе арияһы (Von Apfelblueten einen Kranz)
- Миҙең бейеүе
- I акт финалы
- Интродукция
- Лиза һәм Су-Хонг арияһы (Dich sehe ich)
- Балет
- Лиза һәм Густав дуэты ('Als erschuf Gott вельт)
- Су-Хонгтың беренсе арияһы(Dein ist mein ganzes Herz)
- Ҡытай туйы
- Лиза арияһы (Vorbei Alles)
- II акт финалы
- Густав һәм Ми дуэты (Zig, zig)
- Ми ариһы(Wie rasch verwelkte doch)
- III акт финалы
Киноверсиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оперетта буйынса бер нисә тапҡыр фильм төшөрөлә:
- en: of The Land Smiles (1930 film) (1930), режиссёр Макс Райхманн, төп ролдәрҙә — Таубер Рихард һәм Мария Лосева.
- en: of The Land Smiles (1952 film) (1952), режиссёрҙар Ханс Деппе һәм Эрик Оде, ролдәрҙә —арта Эггерт һәм Ян Кепура.
- 1961, төп ролдә — Герхард Ридманн, тауыш — Вундерлих Фриц.
- 1962, телефильм, Австралия.[2]
- 1974, телефильм, ролдәрҙә — Рене Колло, Коллер, Хайнц Зедник, режиссёры — Артур Мария Рабенальт.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Владимирская А. Р. Франц Легар. — 2-е изд., испр.. — М.: Лань. Планета музыки, 2009. — 224 с. — ISBN 978-5-8114-0878-8.
- Владимирская А. Р. Звёздные часы оперетты. — Л.: Искусство, 1975. — 136 с.
- Трауберг Л. Жак Оффенбах и другие. Глава 11: Легар. — М.: Искусство, 1987. — 320 с.
- Ярон Г. М. О любимом жанре. — М.: Искусство, 1960. — 255 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Of The Land Smiles (Lächelns des Das Land) (инг.)
- Дискография, 1930—2007 2019 йыл 12 апрель архивланған. (инг.)