Йылыу
Уҡыу көйләүҙәре
Йылыу | |
Йылыу Викимилектә |
Йылыу— йылғаның боҙ ҡатламындағы таҙа (асыҡ) һыу майҙаны йә иһә диңгеҙ һәм күлдәрҙең боҙло майҙандарында туңмай ҡалған йәки ирегән урын[1]).
Йылыуҙарҙы тиҙ ағымлы йылғаларҙа, плотиналарҙан сыҡҡан һыу ағышынан түбәнерәк ағымда, сағыштырмаса йылы һыу (сәнәғәт предприятиелары ҡулланған һыуҙар, ҡарандар, күлдәрҙән сыҡҡан йылға башы) ҡойған урындарҙа, шулай уҡ боҙ айырылғанда (мәҫәлән, диңгеҙҙә ел тәьҫирендә) күҙәтергә мөмкин.
Йылыуҙар һыу эсендә боҙ һәм сыйҙым барлыҡҡа килеү сәбәпсеһе булып тора, улар йылғаның түбәнге ағымында өйөлөп (рус. зажор) һыу быуылыуына килтерергә мөмкин.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ стр. 558 в Толковом словаре русского языка С. И. Ожегова и Н. Ю. Шведовой, М.-2010
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. И. Чеботарёв Гидрологический словарь. — Л.: Гидрометеоиздат, 1964. — 224 с.
- Полынья // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978..