Эстәлеккә күсергә

Йылғасылар дауаханыһы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылғасылар дауаханыһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Карта

Йылғасылар дауаханаһы — Таганрогта бер бинаға берләштерелгән боронғо айырым йорттар (Грек урамы, 41-се, 43-сө йорттар).

Ике ҡатлы йорттар XIX быуат аҙағында төҙөлгән. XIX быуат башында был биналар урынында ҙур баҡса булған, уның хужаһы булып сәнғәттәр академияһы ректоры, Округ суды рәйесе скульптор Иван Петрович Мартостың ир туғаны Федор Мартос торған.

Был йорттарҙың хужалары һәм йәшәүселәре билдәле. Йорт беренсе тапҡыр 1880 йылдарҙа телгә алына. Шул ваҡытта йорттоң хужаһы статский советниктың тол ҡатыны Александра Даниловна Гирс була. Уның ире, 1825 йылда Таганрог ҡалаһында төҙөлөш комитеты ағзаһы була.

1899 йылда йортҡа өс кеше хужа була: Александра Даниловна Гирс, Рындина (уның улы, отставкалағы генерал-майор 1909 йылда бүҫерҙән вафат була) һәм коллеж советнигының тол ҡатыны Обыденная Екатерина Петровна була. Александра Даниловна һәм Екатерина Петровна 89 һәм 90 йәштәрендә вафат була. Егреме көн айырма менән улар 1891 йылдың 20 ноябрендә вафат була.

XIX быуат аҙағында йортто сауҙагәр Дмитрий Егорович Мануси һатып ала. 1910 йылда бина Сотников Яков Васильевичҡа күсә. Сотниковтың вафатынан һуң 1916 йылдың 23 сентябрендә, йорт васыятнәмә буйынса вариҫтарына ҡала. Улар йортҡа 1925 йылда тиклем хужа була. Яков Васильевичтың ҡатыны Любовь Адреевна 1914 йылда 64 йәшендә тиф йоҡтороп вафат була. Йорттоң бер өлөшөндә рус теле уҡытыусыһы Мария Васильевна Григорьева фатирҙа йәшәй.

43-сө һанлы йорт XIX быуат аҙағынан казак ҡатын-ҡыҙы Абрамова Ольга Ивановнаға ҡарай, һуңынан уны Таганрог мещаны Катков Николай Александрович һатып ала. Уның йортонда Таганрог округының Округ идаралығы начальнигы ярҙамсыһы Вениамин Алексеевич Пронин фатирҙа йәшәй

Әлеге ваҡытта 41 һәм 43-сө йорттарҙа һыу транспорты һәм балыҡ сәнәғәте эшселәрен хеҙмәтләндереүсе йылғасыларҙың порт дауаханаһы урынлашҡан. Дауахана 1934 йылда асыла. 1976 йылда дауахананың поликлиникаһы өсөн Гарибальди тыҡрығында бина төҙөлгән[1].

Архитектура үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

41, 43-сө йорттар төрлө кимәлдә төҙөлгән, был урындың һарҡыу булыуы менән аңлатыла. Ике бинаның да төп подъезы төкәтмәлә урынлашҡан, төп ишеге өҫтөндә семәрле рәшәткә менән балкон яһалған. Ҡат араларында кәрнизе бар. 43-сө йорттоң икенсе ҡаттағы тәҙрәләре бөҙрә таш менән, ситке һул тәҙрә өҫтөндә өс мөйөшлө фронтон менән биҙәлгән. 41-се йорттоң икенсе ҡаттағы тәҙрәләре тура мөйөшлө сандриктар менән биҙәлгән.

Грек урамы һәм Некрасов тыҡрығы киҫелешендәге 43-сө йорттоң мөйөшөн киҫеп алалар, беренсе ҡат тәҙрәләрен көпләйҙәр.

Гаврюшкин О. П. По старой Греческой... (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.