Йырсы безелдәк
Уҡыу көйләүҙәре
Йырсы безелдәк | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Locustella luscinioides (Savi, 1824) | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148380 |
Йырсы безелдәк (рус. Йырсы безелдәк,лат. Locustella luscinioides) — турғайҙар отрядендәге ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Оҙонсараҡ кәүҙәле, киң ҡа¬натлы бик һаҡ "ҡош. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөтә. Һырты ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы ерәнһыу һоро. Күҙҙәре өҫтөндәге ҡаштары һәм яурындарындағы таптары аҡ төҫтә. Башҡа безелдәктәрҙән ҡауырһындарында ҡара таптары булмауы һәм яурындарындағы аҡ таптары менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һайрауы — яңғырауыҡлы сутылдау, ул киҫкен «кррр» тип бөтөп ҡуя.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асыҡ урындағы ҡыуаҡтарҙа, ялан аша үткән йылға ярҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Аҙығы — төрлө бөжәктәр, үлән орлоҡтары. Үлән һабаҡтарында, ҡыуаҡтарҙа оялай. Ҡара-көрән төртөктәр менән һипкелләнгән 4—6 бөртөк көрәнһыу һары йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9