Эстәлеккә күсергә

Йүкәле (тау, Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йүкәле
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 730 метр һәм 635 метр
Оҙонлоҡ 7 km
Киңлек 7 km
Карта

Йүкәле — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Учалы районы территорияһында урынлашҡан.

Башҡорт (Көньяҡ) Уралының Йүкәле һырты Башҡортостан Республикаһының Учалы районында субмеридиональ йүнәлеш буйлап Ҡарайылға (Миндәк ҡушылдығы) һәм Тимәш (Яйыҡ йылғаһы бассейны) йылғалары араһында һуҙылған.

Һырттың оҙонлоғо 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абсолют бейеклеге 730 м (Ҡалантау).

Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге 1,5—2 км, абсолют бейеклеге 730 м (Ҡалантау). 539 метрҙан 730 метрға тиклем бейеклектәге 6 түбәһе айырылып тора. Һырттың иң бейек түбәләре — Ҡараташ, Ишеғол, Ҡаҡҡотан тауҙары. Көнбайыш өлөшөндәге битләүҙәре текә, көнсығышта — һөҙәк. Көньяҡ-көнсығышында Юлситтәге төбәге урынлашҡан.

Ирәндек свитаһының, йәғни бер заманда һәм бер шартта яралған тау тоҡомдары ҡатламдарының, андезибазальттарынан, карбон габброһынан һәм кемпирсай-войкар серпентиниттарынан тора.

Һырт битләүҙәренән Яйыҡ йылғаһының ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы аҡһыл һоро урман-тау тупрағында үҫкән ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан тора[2].

Атамаһы йүкә һүҙе менән бәйле.

Силәбе топонимисы, башҡорт ауыҙ-тел ижадын, крайҙы өйрәнгән ғалим Николай Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән һүҙлегендә конкрет Учалы Йүкәле һыртын ҡарамаһа ла, Ҡытау-Ивановск биләмәһендәге Йүкәле һырты буйынса шундай мәғлүмәт бирә: {|

|

Йүкәле, һырт, Ҡытау-Ивановск районы. Башҡорт теленән тәржемә иткәндә — «йүкәле» йәки «йүкә күп үҫкән урын» тигәнде аңлата

|}[3][4]. Әйтергә кәрәк, Йүкәле атамаһы Тарихи Башҡортостандағы бик күп тауҙар, урмандар, ауылдар атамаһы булып киң таралған.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Йүкәле һырты Учалы районы
  3. Шувалов Н. И. Межевой // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160с. ISBN 5 — 7688 — 0157 — 7