Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәбешкәк — йәшел һырлан (Agrimonia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Яҡынса 12 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә.
Республиканың бөтә биләмәһендә урмандарҙа һәм уның ситтәрендә, сағыл болондарҙа, аҡландарҙа, юл буйҙарында (азия йәбешкәге, төклө йәбешкәк, шулай уҡ һыу ятҡылыҡтарының ярҙары буйлап) үҫә.
Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, биҙле, төклө, оҙонлоғо 30—80 см тиклем. Япраҡтары ябай, өҙөк‑ишһеҙ ҡанатлы, ғәҙәттә төклө, өҫ яҡтан ҡарағусҡыл йәшел, аҫтан — аҡһыл (азия йәбешкәге — һорғолт), өҫкө һабаҡ япраҡтары һирәк, аҫҡылары — розетка һымаҡ, яҡынайтылған. Сәскәләре ваҡ, һары, ике өс бүлемле сәскә ҡолаҡсыны булған ҡыҫҡа сәскә һаптарында, оҙон башаҡ һымаҡ, өҫкө өлөшөндә ҡуйыраҡ тәлгәштәргә йыйылған. Июнь—август сәскә ата. Емеше — осонда ырғаҡ һымаҡ бөгөлгән сәнскеле сәтләүек (1—2), июль—сентябрь өлгөрә.
Составында әсе матдәләр, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ябай йәбешкәк — дарыу үҫемлеге, баллы үҫемлек. Төклө йәбешкәк — маралдар, боландар, селдәр өсөн мал аҙығы үҫемлеге. Ер өҫтөндәге өлөшөн туҡымаларға йәшел һәм һары буяу алыу өсөн ҡулланғандар.