Йәнғәлина Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
(Йәнғәлина (Ғүмәрова) Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Йәнғәлина Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 март 1924 |
Тыуған урыны |
Яңы Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 июль 2009 (85 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йәнғәлина Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы (24 март 1924 йыл — 27 июль 2009 йыл) — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[1] (1957), хеҙмәт ветераны[2] (1980)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы Йәнғәлина (Ғүмәрова) БАССР-ҙың Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала.
Ул хеҙмәт юлын 14 йәшендә башлай. Тәүҙә «Берлек», һуңынан «Ҡыҙыл Байраҡ» промколхозында эшләй. Ябай эшсенән алып прораб вазифаһына тиклем үрләтәләр.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәһәрбоҫтан Әхмәт ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәнғәлин Тайып менән 12 бала тәрбиәләп үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957).
- Әсәлек Даны ордендары (3 дәрәжәһе лә)[3]
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1980)[4]