Йәшлек (Магнитогорск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәшлек
Нигеҙләү датаһы 1971
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Магнитогорск
Эшмәкәрлек сфераһы бейеү

ЙәшлекСиләбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында башҡорт бейеүҙәре ансамбле.[1] Ансамбль 1971 йылда ойошторолған һәүәҫкәр коллектив, уның төп маҡсаттары һәм бурыстары - милли башҡорт бейеү сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, яңы талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙең халыҡ бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшлек ансамбле сығыш яһай

1971 йылда Металлургтар мәҙәниәт һарайында Р. М. Бакиров етәкселегендә башҡорт һәм татар йырҙары ансамбле ойошторола. Тәүҙәрәк ансамбль репертуарында халыҡ йырҙары була. 1983 йылдан ансаблде Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Исхаковна Ғайсина етәкләй, ансабль башҡорт бейеүҙәре ансамбла тип атала.[2] Аккомпаниатор, халыҡ музыкаһын нескә тойоусы музыкант Гусман Мифтах улы Хәйретдинов.

1998 йылда коллективҡа халыҡ ансамбле исеме бирелә. 2007 йылдан Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң башҡорт мәҙәниәте ҡарамағында.

Ансамблдә егеттәр һәм ҡыҙҙар, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнаша. Ансамбль репертуарында яңғыҙ, парлы, коллектив, сюжетлы бейеүҙәр ҡуйылған.[3]

Коллектив Татарстан, Башҡортостан, Молдова, Әзербайжан, Грузия республикалары буйлап гастролдәрҙә була. Науруз, Һабантуй, Ҡала көнө, металлургия көнө кеүек байрам сараларында ҡатнаша. Н. Н. Карташова призына Бөтә Рәсәй бейеү фестивале лауреаты (1998, 2002, 2006, 2008), «Танцевальная капель» тип аталған ҡала фестивале лауреаты, "Арҡайым" 2-се Евразия халыҡтары фестивале (1998) лауреаты, 1-се Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижады фестивале лауреаты (2007).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яшьлек. Портал Челябинская область

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]