Йөрмә (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юрма
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1003 м
Урынлашыуы
55°28′32″ с. ш. 59°59′02″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Юрма

Йөрмә тауы (рус. Юрма) — Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районы биләмәһендәге «Тағанай» милли паркының төньяғында урынлашҡан шундай уҡ атамалы тау һырттарының иң бейек нөктәһе.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мең метр кимәлен үткән тауҙарҙың тәүгеһе.Бейеклеге дингеҙ кимәленән – 1003 метр. Төньяҡтан көньяҡҡа 21 километрға һуҙылған Йөрмә һыртының көньяғында ята.

Көньяҡ Урал Йөрмә тауынан башлана, йәғни тау Көньяҡ Уралдың иң төньяҡ осо булып тора. Унан да төньяҡтараҡ Урта Урал тауҙары китә [1] .

Йөрмәнән көнбайышҡа табан 8 км йыраҡлыҡта Александровка ауылы урынлашҡан. Ә көнсығышҡа табан 20 км-ҙа Ҡарабаш ҡалаһы ята.

Кристалл тау тоҡомдарынан (кварцит, слюдалы сланец) тора. Тауҙың үрге өлөшө ҙур күләмле, урыны менән ғәжәйеп формалағы ҡалдыҡ ҡаялары ҡалҡып тора. Улар араһында Шайтандар ҡапҡаһы (Чертовы Ворота), Шайтан ҡаласығы (Чертово Городище) , Көньяҡ капҡалар (Южные Ворота) , Ҡәлғә (Крепость).

Ҡаялар шундай ныҡ сатнаған, туҙған, ярыҡтар менән телгеләнеп, ҡырласланып, сыбарланып бөткән. Ҡолап төшөрҙәй булып торған ҡаяташтар эргәһенән үтеүе үтә ҡурҡыныс һәм хәуефле.

Шулай уҡ айырылып торған түбәләр бар: Дедюриха, Сапог (972 м), Северные Перья (850 м), Горновая (760 м).

Туристар тарафынан иң -иң тапалған урын –Шайтандар ҡапҡаһы (Чертовы Ворота).Бейеклеге – 985 метр.Бында ике ҡаяның уртаһы ишек һымаҡ уйылып тора.

Ҡаяларҙың көнсығыш битләүен ҙур таштар һибелмәһенән, ҡая киҫәктәре өйөмөнән таш йылғалар (ҡоромдар) сылбыры сыбарлаған. Өҫтән ҡарағанда, урман һыҙаты артында түбәнән ер өҫтөнә сығып, күренеп ятҡан ҡая тоҡомдары күренә. Көнсығышынан уста кеүек кенә күренеп Ҡарабаш ҡалаһы ята.

Шайтандар ҡапҡаһы (Чертовы Ворота) ҡаяһы Силәбе өлкәһенең геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Шулай уҡ, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы ла бар. Уныһы һырттың көньяҡ армытында ( Дедюриха) – киң япраҡлы урмандың реликт өлөшө.

Йүрмә тауының көнсығышынан аҫта Өфө (Уфимка) һәм Барахтан күлдәре урын алған. Өфө күленән Ҡариҙел йылғаһы( река Уфа) башланғыс ала.

Йүрмәнән көнбайыштараҡ Әй йылғаһының ҡушылдығы булған Ҡуҫа йылғаһы башлана.

Үҫемлектәр донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ландшафтында бейеклек бүлкәтлеге күренә. Тау ҡатнаш урман менән ҡапланған. Урыны менән киң япраҡлы ағас тоҡомдары ҡушылып китә. Бигерәк тә сағандар күп осрай. Итәгендә аралатып киң асыҡ яландары булған ҡайын урмандары осрай.

700 метрҙан юғары шыршы һәм аҡ шыршынан торған урмандар урын ала. 900 метр бейеклектән юғарыға табан урман һирәгәйә һәм ярым яланғас болондар, яланғас бүлкәт менән алмашына. 800 метрҙан юғары урыны менән таш йылғалары (ҡоромдар)һәм суҡайып торған ҡая ҡалдыҡтары осрай башлай.

Көньяҡ Уралдың бейек түбәләренән айырмалы, Йөрмә тауының түбәһен тотшлай тиерлек урман биләй. Тау өҫтө ваҡ ҡуйы ҡарағайлыҡ, ваҡ ҡына щыршы үҫентеләре менән ҡапланған.

Геолог И. В. Мушкетов Йөрмә районында эшләүҙәге ауырлыҡтарҙы шулай тасуирлай: «Йөрмәнең көньяҡ-көнбайыш яғынан гранит битләүе буйлап уны Тағанайҙан айырып торған һаҙлыҡлы һәм урманлы үҙәнгә төштөк. Беҙҙе бында ҡаршы алған төпкөлдө күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Саҡ үтмәле ҡуйы урман, осло һарыҡташтар өйөмө менән төпһөҙ һаҙлыҡтар.Ҡоро-һары, киҫкәләрҙән усаҡтар.Улар күбеһе бөтөнләй сереп бөткән һәм өҫтәрендә яңы ғына һалынған айыу эҙҙәре йөрөтә. Мүк менән ҡаплпнған алдаҡсыл батҡылдар — бына ошоларҙың барыһын да таба ала бында күҙәтеүсе».

Йөрмә атамаһы башҡорттарҙа был барыу тыйылған тау тигәнде аңлата (русса «не ходи»). Был үтеп инеү бик хәүефле тау һанала. Шуға тыйылған булыуы бер ҙә осраҡлы һәм нигеҙһеҙ түгел. Башҡорт һәм мадьяр ҡәүеменең Юрматы атамаһының да нигеҙендә йөрмә топонимы ята тигән фекер бар.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Урал: Северный Средний и Южный. Дата обращения: 16 ноябрь 2011. Архивировано 10 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.