Калабухов Николай Иванович
Калабухов Николай Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1 август 1908[1] |
Тыуған урыны | Каменск-Шахтинский[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 17 октябрь 1991[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Әстрәхән, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | зоолог |
Эш урыны |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты Российский НИПЧИ «Микроб» Роспотребнадзора[d] ФНЦ Биоразнообразия ДВО РАН[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның биология факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] (1946) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Калабухов Николай Иванович (1 август 1908 йыл — 17 октябрь 1991 йыл) — СССР териологы, биология фәндәре докторы (1946), һөтимәрҙәр экологияһы буйынса белгес.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Иванович Калабухов 1908 йылдың 1 авгусында Дон Ғәскәре өлкәһенең Каменская станицаһында тыуған. 1924 йылдан Мәскәү зоопаркы янында П. А. Мантейфель етәкселеге аҫтында зоопарктың йәш биологтары түңәрәгендә шөғөлләнгән. Ошо уҡ йылда төрткөлө йомрандың йоҡоһо өҫтөндә беренсе ғилми эшен үткәрә. 1926 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. Йәйге практика осоронда чуманың эпизоотия райондарында йомрандарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә[2].
1930 йылда Илья Григорьевич Иофф саҡырыуы буйынса Ростов эпидемиология һәм микробиология институтының хеҙмәткәре була. 1932 йылда Мәскәү дәүләт университеты янындағы Зоология институтында эшләй башлай. Студенттарға эксперименталь этология буйынса лекциялар уҡый һәм диплом эштәре менән етәкселек итә. 1935 йылда доцент исем бирелә[3]. 1936 йылда Даниил Николаевич Кашкаров саҡырыу буйынса Калабухов Ленинград университетында экология лабораторияһын ойоштороу буйынса шөғөлләнә һәм эксперименталь экология буйынса лекциялар уҡый[4].
1938 йылда диссертация яҡламайынса «биология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан йыл дауамында Мәскәү зоопаркының директоры урынбаҫары булып эшләй. 1941—1942 йылдарҙа Ржев йүнәлешендә һуғыша. 1942 йылда яраланғандан һуң Совет армияһының Баш санитар идаралығына ебәрелә[2]. Воронеж, Көнбайыш һәм Калинин фронттарында эпидемиологияға ҡаршы сараларҙа ҡатнаша[3]. 1946 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Экологофизиологические особенности животных и условия среды» темаһына диссертация яҡлай һәм шул уҡ йылда Харьков университетында эксперименталь экология кафедраһы мөдире итеп һайлана[5]
1953 йылда Һарытауҙа Чумаға ҡаршы «Микробтар» институтында хеҙмәткәр булып эшләй. 1959 йылда был институттың Әстерхан филиалында лабораторияны етәкләй[2]. 1973 йылда Калабухов СССР ФА Алыҫ Көнсығыш бүлегенең биология-тупраҡ институтында эксперименталь зоология лабораторияһын ойоштора[3]. 1978 йылда Әстерханға ҡайта. 1991 йылдың 17 октябрендә Әстерханда вафат була.
Фәнни ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Калабуховтың фәнни эшмәкәрлеге хайуандар экологияһының эксперименталь һәм теоретик проблемалары менән бәйле. Чуманың эпизоотияһы һәм туляремияны өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Кимереүселәр менән көрәш методикаһын эшләй. В. В. Раевский менән хеҙмәттәшлектә йомрандарҙың миҙгелле физиологик үҙгәрештәрен һәм экологияһын өйрәнә[3].
МДУ ҡарамағындағы Зоология институтында В. В. Алпатов ҡушыуы буйынса бал ҡорттары, ярғанаттар, балыҡтар, һөйрәлеүселәрҙең һыуыныуы мәлендә анабиоз проблемаларын өйрәнеү менән шөғөлләнә[3].
Микробиолог И. С. Тинкер менән берлектә йомрандарҙың енесе һәм йәшенә бәйле чумаға ҡарата инфекция һиҙгерлеге буйынса эксперимент үткәрә[3]. Ярғанаттарҙы трипаносомдар менән инфекциялау эксперименттары (Л. Б Левинсон менән берлектә) йәнлектәрҙең ҡатып ҡалыу осоронда трипаносом үрсеүе күҙәтелмәүен күрһәтә. Уяныуҙан һуң паразиттар һанының тиҙ артыуы башлана, был ярғанаттарҙың үлеменә килтерә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» һәм «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.[3]
1942 йылда Лондон зоология йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы итеп һайлана[2][3].
1952 йылда авторлыҡ коллективы составында Кавказ алдын чума усағынан һауыҡтыруға килтергән көрәш саралары өсөн СССР-ҙың Сталин Дәүләт премияһы лауреаты була[2]
Һайланған баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]150-нән ашыу баҫма авторы[3], шул иҫәптән СССР Фаунаһы серияһында монографиялары:
Монографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Громов И. М., Бибиков Д. И., Калабухов Н. И., Мейер М. Н. Наземные беличьи (Marmotinae) // Фауна СССР. Млекопитающие. — М.—Л.: Издательство АН СССР, 1965. — Т. 3, вып. 2. — (Новая серия № 92).
- Калабухов Н. И. Спячка животных. — 2-е издание. — М.: Советская наука, 1946. — 184 с.
- Калабухов Н. И. Периодические (сезонные и годичные) изменения в организме грызунов, их причины и последствия. — Л.: Наука, 1969. — 249 с.
- Калабухов Н. И. Жизнь зоолога: (Полвека изучения млекопитающих и др. животных). — М.: Изд-во МГУ, 1978. — 182 с.
- Калабухов Н. И. Калабухов Н.И. Методика экспериментальных исследований по экологии наземных позвоночных: (Учебное пособие для биол.-почв. фак. гос. ун-тов). — М.: Советская наука, 1951. — 177 с.
- Калабухов Н. И. Спячка млекопитающих / Отв. ред. В. Е. Соколов, Н. В. Башенина. — М.: Наука, 1985. — 260 с.
Мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калабухов Н.И. Материалы по изучению оцепенения (спячки и анабиоза) у пчелы Apis mellifera // Зоологический журнал. — 1933. — Т. 12. — № 4. — С. 121—120.
- Калабухов Н.И. Закономерности массового размножения мышевидных грызунов // Зоологический журнал. — 1935. — Т. 14. — № 2. — С. 209—242.
- Kalabuchov N. I. Anabiose bei Wirbeltiere und Insecten bei Temperaturen under 0° (нем.) // Zool. Zahr.. — 1935. — Т. 55. — № 1. — С. 47—64.
- Калабухов Н.И., Левинсон Л. Б. Действие низких температур на трипанозом (Tripanosoma equiperdum) в организме млекопитающих // ДАН СССР. — 1936. — Т. 1 (X). — № 1 (78). — С. 44—48.
- Калабухов Н.И. Значение грызунов как фактора очаговости некоторых инфекций // Зоологический журнал. — 1949. — Т. 28. — № 5. — С. 389—406.
- Калабухов Н.И. Изменчивость и массовое размножение // Журнал общем биологии. — 1943. — Т. 3. — № 3. — С. 381—393.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Чуйков Ю. С. Николай Иванович Калабухов (урыҫ) // Астраханский вестник экологического образования — 2003. — вып. 1. — С. 75. — ISSN 2304-5957
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Чуйков Ю. С. Николай Иванович Калабухов // Астраханский вестник экологического образования. — 2003. — № 1 (5). — С. 75.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Дунаева Т. Н. К 70 летнему юбилею Николая Ивановича Калабухова // Бюллетень МОИП. Отдел биологический. — 1978. — Т. 83. — № 5. — С. 130—142.
- ↑ Дунаева Т. Н. К 70 летнему юбилею Николая Ивановича Калабухова // Бюллетень МОИП. Отдел биологический. — 1978. — Т. 83, № 5. — С. 130—142.
- ↑ Дунаева Т. Н. К 70 летнему юбилею Николая Ивановича Калабухова // Бюллетень МОИП. Отдел биологический. — 1978. — Т. 83, № 5. — С. 130—142.
- ↑ Дунаева Т. Н. К 70 летнему юбилею Николая Ивановича Калабухова // Бюллетень МОИП. Отдел биологический. — 1978. — Т. 83, № 5. — С. 130—142.
- 1 августа тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Дон ғәскәре өлкәһендә тыуғандар
- 17 октябрҙә вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Сталин премияһы лауреаттары
- Биология фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар