Калинин районы (Өфө)
Калинин районы | ||
| ||
Өфө | ||
---|---|---|
Барлыҡҡа килгән: | ||
Элекке исемдәре: |
Черниковск ҡасабаһы, Сталин районы,Черниковск ҡалаһы | |
Тәүге телгә алыу: | ||
Элекке статусы: |
ҡала, ҡасаба | |
Этнохороним: |
калининсылар, черниковсылар | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2015 | |
Халыҡ һаны: |
↗201 281[1] кеше | |
Башлығы: |
Кожевников Сергей Петрович | |
Телефон кодтары: |
+7 347 | |
Калинин районы — Өфөләге ете райондың береһе, ҡаланың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһы 201 км² тәшкил итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат аҙағында воевода ярҙамсыһы Михаил нагой хөрмәтенә аталған Черниково ауылы барлыҡҡа килә. Михаил Нагой бында поместье (алпауыт ере) алған Түбәнге Новгородта тыуған бояр Иван Черников — Онучиндың улы була.
1931 йылдың 23 декабрендә БашЦик ҡарарына ярашлы Черниковский ҡасабаһы булдырыла.
1936 йылда ул Өфө ҡалаһы составына Сталин районы исеме аҫтында инә.
1941 йылдың декабрендә районда Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған 26-сы һанлы моторҙар төҙөү заводы урынлаштырыла, хәҙерге ваҡытта ул Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе тип атала.
1944 йылдың 15 декабрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы указына ярашлы Өфө ҡалаһының Сталин районы республиканың (АССР) буйһоноуындағы айырым Черниковск ҡалаһы итеп бүлеп сығарыла.
1952 йылда Өфө ҡалаһының Калинин районына әүерелә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[2] | 1970[3] | 1979[4] | 1989[5] | 2002[6] | 2003[7] | 2004[7] |
119 941 | ↗207 020 | ↗219 765 | ↘211 886 | ↘197 233 | ↘196 910 | ↘195 674 |
2005[7] | 2006[7] | 2007[7] | 2008[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2013[10] |
↗195 722 | ↘195 502 | ↘195 316 | ↘195 061 | ↘195 014 | ↗197 451 | ↗199 910 |
2014[11] | 2015[1] | |||||
↘199 883 | ↗201 281 |
Иҡтисад һәм сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 27 эре һәм урта сәнәғәт предприятиелары эшләй.
Район территорияһында автомобиль һәм авиация двигателдәре етештереү буйынса Рәсәйҙә иң ҙур предприятиеларҙың береһе. —"Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" (УМПО) урынлашҡан.
УМПО эргәһендә Өфөнөң торлаҡ массивының яртыһын тиерлек (Черниковка, Һупайлы, Октябрь проспектындағы торлаҡ кварталдары) йылылыҡ менән тәьмин иткән Өфө ТЭЦ-2 һәм бик күп сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан.
Шулай уҡ районда райондарҙа «Башкирэнерго», «2-се һанлы Өфө тимер-бетон заводы», «Стеклонит», «Өфө ит-консерва комбинаты», «Өфө икмәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Вимм-Билль-Данн» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы һымаҡ эре предприятиелар һәм башҡалар урынлашҡан.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 71 муниципаль белем биреү учреждениелары эшләй, шул иҫәптән 36 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 26 дөйөм белем биреү учреждениеһы һәм 9 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы. Белем биреү учреждениеларының бөтә типтарында төрҙәрендә 26 697 бала уҡытыла һәм тәрбиәләнә, 2 030 педагог эшләй.
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһында 12 дауалау-профилактика учреждениеһы бар. Улар араһында диализ үҙәге, поликлиника һәм 13-сө һанлы ҡала клиник дауаханаһы янындағы хирургия комплексы, муниципаль-ара онкология үҙәге уңышлы эшләп килә . 2014 йылдың сентябрендә реконструкциянан һуң Вологодская урамы, 20 йорт адресы ьуйынса урынлашҡан 4-се һанлы балалар поликлиникаһының филиалы асылды. Ун ете мең ярым меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерә.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда 6 балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Н. Гастелло исемендәге стадион, «Юлаевсы» ябыҡ боҙ һарайы , 3 яһалма ҡаплаулы күп функциялы спорт майҙансыҡтары, 28 мәктәп яны футбол майҙаны,8 хоккей ҡумтаһы, 25 баскетбол һәм 23 волейбол майҙансыҡтары урынлашҡан.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда «Победа» кинокомплексы, «Первомайский» мәҙәниәт һәм ял итеү паркы, ике музыка мәктәбе, 9 китапхана, 18 мәктәп музейы, МБУ «Федоровка мәҙәниәт йорто», мотор төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы эшләй.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһында урынлашҡан;
- Шаҡшала Изге-Никола ғибәҙәтханаһы,
- Богород-Өфө ғибәҙәтханаһы,
- Изге сығанаҡ часовняһы (бәләкәй сиркәү),
- Инорс биҫтәһендә «Мәҙинә» мәсете,
- Инорс, Шаҡша, Максимовкала мәсеттәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө
- Черниковка
- Өфө биҫтәләре (слободалары)
- Инорс
- Шаҡша-Төньяҡ
- Шаҡша-Көньяҡ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Подготовка к проведению всероссийской переписи населения на территории городского округа г. Уфа
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө районы порталы биттәрендә 2012 йыл 10 май архивланған.