Калипсо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Калипсо
Һуғанбашлы калипсо
Калипсо луковичная. Общий вид цветущего растения
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Сәскәле үҫемлектәр
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Себен ҡыуағы сәскәлеләр
Ғаилә: Әшәлсә һымаҡтар
Суб-ғаилә: Эпидендровые
Триба: Калипсо һымаҡтар
Ырыу: Калипсо
Латинса исеме
Calypso Salisb. (1807)
Виды
Калипсо клубневая
Calypso bulbosa (L.) Oakes (1842)

Кали́псо (лат. Calypso) — әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 төрө — һуғанбашлы калипсо билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Күләгәле мүкле ылыҫлы урмандарҙа үҫә. Белорет («Төньяҡ Ҡыраҡа» ҡурсаулығы), Бөрйән (Башҡорт ҡурсаулығы), Ҡариҙел (Байҡы йылғаһы тамағы һәм Яңы Йәнсәйет ауылының тирә-яғы) һәм Нуриман (Өфө яйлаһы) райондарында осрай. Декоратив үҫемлек.

Биологик яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҫҡы өлөшөндә һуғанбаш рәүешле йыуанайған, өҫкөһөндә 2—3 ярылы еңсә менән (редукцияланған япраҡтарҙың ҡалдыҡтары), бейеклеге 8—20 см. Япрағы ҡарағусҡыл йәшел төҫтә, яңғыҙар, киң йомортҡа формаһында, оҙон һаплы, ҡышлаусы, тамыр янында урынлашҡан. Сәскәһе хуш еҫле, яңғыҙар, эре, эйелгән; япраҡ эргәлегенең япраҡсалары ҡарағусҡыл ал төҫтә, тигеҙ тиерлек, тар ланцет формаһында, нур рәүешле таралған, оҙонлоғо 1,2—1,5 см. Ирене ситек формаһында, ҡыҙғылт‑көрән һыҙаттары һәм төрткөләре булған аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, оҙонлоғо яҡынса 2 см. Һеркәлеге һалынҡы, поллинийҙары — 2. Июль‑августа сәскә ата. Емеше — ҡоро ҡумта, июнь‑июлдә өлгөрә.

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һирәк осрай торған үҫемлек, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 378. Calypso bulbosa (L.) Oakes — Калипсо клубневая // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 488. — ISBN 8-87317-091-6.
  • Редкие и исчезающие растения Сибири, 1980
  • Редкие и исчезающие виды флоры СССР, 1981
  • Красная книга РСФСР, 1988

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
Төр тураһында мәғлүмәт
Калипсо луковичная

ИПЭЭ РАН сайтында