Кандалакша ҡурсаулығы
Кандалакша ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 7 сентябрь 1937 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Әһәмиәтле урын | Кандалакша[d] |
Рәсми сайт | kandalaksha-reserve.ru |
Кандалакша ҡурсаулығы Викимилектә |
Кандалакша дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы — Мурманск өлкәһендәге һәм Карелиялағы ҡурсаулыҡ. Рәсәйҙә иң боронғо ҡурсаулыҡтарҙың береһе. Баренц диңгеҙенең һәм Аҡ диңгеҙҙә Кандалакша ҡултығының ярында һәм утрауҙарында,урынлашҡан.
Карелия АССР-ы Үҙәк һайлау комиссияһының 1932 йылдың 7 сентябрендәге 837-се ҡарары буйынса булдырылған.
1939 йылда СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы "Дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында" тураһында положениены раҫлай. Ҡурсаулыҡ диңгеҙ, һыу һәм һыу буйы ҡоштарының, тәү сиратта гага өйрәктәренең йәшәү мөхитен һаҡлаусы резерват булараҡ ойошторола. Халыҡ-ара әһәмиәтендәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләре статусына эйә.
1951 йылда Ҡандракүл ҡурсаулығы составына ингән "Ете утрау" 1938 йылда уҡ ҡурсаулыҡ статусын ала. 1975 йылда СССР -ҙың MAP проектында ҡатнашыуына бәйле Кандалакша ҡултығы (һыу-һаҙлыҡ ҡоштарының төп йәшәү урынын һаҡлау) халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған һыу-һаҙлыҡ биләмәләре исемлегенә индерелгән. Ҡурсаулыҡ бурыстары ла киңәйтелгән.
Өс саҡрымлыҡ экскурсия маршруты бар.
Географик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны: 70 530 гектар ( шул иҫәптән 49 583 гектар акватория). Кандалакша ҡурсаулығының майҙаны һәм структураһы бер нисә тапҡыр үҙгәрә [1].
Ҡурсаулыҡ биләмәһе тундраға һәм төньяҡ тайгаға тура килә. Бер нисә өлөштән тора.
Үҙ эсенә : Айна утрауҙарын, Гаврилов утрауҙарын, ете утрауҙың торған архипелагты, Кандалакша ҡултығының акваторияһындағы утрауҙарҙы (шул иҫәптән Великий утрауы) ала.
Диңгеҙ яңы бушлыҡтарынан, һаҙлыҡтары һәм болондарынан ингән участоктары бар.
Айна утрауҙары, Гаврилов утрауҙары һәм Ете утрау архипелагы Кольск ярымутрауының төньяҡ яры эргәһенән Баренц диңгеҙендә урынлашҡандар һәм тундра зонаһына ҡарайҙар. Ҡурсаулыҡтың башҡа утрауҙары Аҡ диңгеҙҙең Кандалакша ҡултығында урынлашҡандар. Ҡурсаулыҡтарҙың өс материк өлөшө лә бында. Улар тайга зонаһына ҡарай.
Флора һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡта әлеге ваҡытта яҡынса 700 яҡын көпшәле үҫемлек һәм 400 тирәһе мук һымаҡтар төрө билдәле. (печеночник, япраҡ һабаҡлы мүктәр)[2].
Үҫемлектәр донъяһы ҡәҙимге тундранан төньяҡ тундра үҫемлектәренә тиклем үҙгәрә (Кандалакша ҡултығына ҡараған Великий утрауында — уның майҙаны яҡынса 7 мең гектар).
Фаунаһы ла ылыҫлы тайга урмандарына хас: тейен, ҡуян, төлкө, һуҫар һеләүһен, һоро айыу, мышы, ҡор, сел, һуйыр тереклек итә[1]. Тайга өлөшөндә күберәк — ҡарағай һәм шыршы үҫә. Һаҙлыҡлы туғайҙарҙа 633 төр үҫемлек осрай.
Имеҙеүселәрҙең 67 төрө тереклек итә. 258 төр ҡош, 2 төр һөйрәлеүсе (тере бала тыуҙырыусы кеҫәртке, ғәҙәти ҡара йылан), 3 төр ер-һыу хайуаны (һоро әрмәнде, осло морон тәлмәрйен һәм үлән тәлмәрйене) йәшәй.
Ҡурсаулыҡ акваторияларында һыу ҡоштарының күп төрҙәре, шул иҫәптән ябай гага өйрәге ( ҡурсаулыҡ тап уның өсөн булдырылған) тереклек итә.
"Ете утрауҙа" ҡош баҙарҙары урынлашҡан. Был баҙарҙарҙың хужалары йоҡа һәм ҡалын суҡышлы ҡайралар, гагаркалар, атлантик чистигы (атлантические чистики) һәм башҡалар.
Ҡурсаулыҡтың Аҡ диңгеҙгә ҡараған өлөшөндә ҡулсалы нерпа (нерпа кольчатая) һәм диңгеҙ ҡуяны, ә Мурмандың яр ситтәрендә — һоро тюлень (тевяк) тереклек итә.Теплоход Кандалакша ҡултығы буйлап барғанда йыш ҡына һыуҙан башын сығарып ҡарап торған нерпаларҙы күрергә мөмкин. Һирәкләп бында киттарҙың вәкиле - белуха килеп сыға. Бында ихтиофауна бик бай. Бында навага, пинагор, үгеҙбалыҡ, треска, камбала балыҡтары күп.
Кандалакшаның ҡаялы ваҡ утрауҙары (шхерҙар) янында аҡ диңгеҙ сельды ыуылдырыҡ сәсә. Тик һуңғы йылдарҙа был балыҡ өйөрҙәре күпкә кәмегән. Литораль һәм сублиторалдең түбәнге горизонттарында умыртҡаһыҙҙарҙың төрҙәре һәм төрлө төркөмдәре күп һанлы, мәҫәлән, моллюскылар, мыйығаяҡ ҡыҫалалар, ҡырын йөҙөүсе ҡыҫалалар (бокоплав), диңгеҙ селәүсендәренән— ҡом селәүсене(пескожил). Ҡултыҡтың аҡма һыулы урындарында мидиялар тупланып тереклек итә ( мидия банкалары).
Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бианка, Виталий Витальевич
- Корякин Александр Сергеевич
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Дежкин В. В. В мире заповедной природы. — М.: Сов. Россия, 1989. — 256 с.: ил. — С. 183—184.
- ↑ РАСТИТЕЛЬНОСТЬ // Кандалакшский заповедник 2018 йыл 1 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карпович В. Н. Кандалакшский заповедник / Фотогр. В. Н. Вехова, А. Б. Георгиевского, В. Н. Карповича, В. Д. Коханова, Ю. В. Краснова, А. В. Пудова, И. П. Татаринковой, Р. Г. Чемякина, Ф. Н. Шкляревича; Рец.: А. А. Насимович(†), Я. В. Сапетин; Худож. В. М. Кузнецкий. — Мурманск: Кн. изд-во, 1984. — 160 с. — 15 000 экз.
- Абрамова Л. А., Волкова П. А., Борисова П. Б. Аннотированный список сосудистых растений островов Наумиха и Корожный Баклыш, по результатам работ 2011 г. // Летопись природы Кандалакшского заповедника за 2011 год (ежегодный отчет) / Корякин А.С. (ред.). — Кандалакша, 2012. — Т. 1. — С. 89—105. — (Летопись природы Кандалакшского заповедника, кн. 52).
- Кандалакшский дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы сайты 2016 йыл 6 сентябрь архивланған.
- Раздел сайтында ҡурсаулыҡ тураһында тарихы «н Литторина литораль»
- Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары сайты битендә 2010 йыл 17 октябрь архивланған. (бөтөрөп биттәрендә, ҡара копию . Архивировано 17 октябрь 2010 года. 2010 йыл 17 октябрь архивланған.)
- Страница на сайте особо охраняемых природных территорий . Архивировано 17 октябрь 2010 года.
- Лихенологический сайтына бите
- Горяшко А. Житие заповедных зверей и людей . Архивировано 24 октябрь 2013 года. 2013 йыл 24 октябрь архивланған. //«Биология», аҙналыҡ гәзитенә ҡушымта булып «Беренсе сентябрь», 46/1999 декабрь: 1, 8-9.
- В бианка, Юл Кандалакшский ҡурсаулығы, Рус орнитология журнал, Экспресс-41 сығарыу, 1998, дек.47
- В 2009 Бианка. Xx быуат кандалакшский аҡ диңгеҙ ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре орнитология тикшерелде. В сб «күсә. ҡоштарҙың популяциялары һәм уларҙың динамикаһын өйрәнә тенденция үҙгәрә, төньяҡ-Көнбайышта Рәсәй». Етенсе сығара. Г. под ред. А. Носкова, Мордва а. р. СПб, «Тускарора». Стр. 70-76.
- Р. г. Чемякин семидесятый Н оҡшашлығы. Төньяҡта тураһында фотоальбом, тәбиғәт лирикаһы. СПб., 2012
- Рәсәй ООПТ. Ҡурсаулыҡ Кандалакшский