Карелия Республикаһының һынлы сәнғәт музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карелия Республикаһының һынлы сәнғәт музейы
Нигеҙләү датаһы 1960
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петрозаводск
Рәсми сайт artmuseum.karelia.ru
Страница учреждения на Викискладе Museum of Fine Arts of the Republic of Karelia
Карта
 Карелия Республикаһының һынлы сәнғәт музейы Викимилектә

Карелия Республикаһының һынлы сәнғәт музейы — Петрозаводск ҡала музейы, 1960 йылда музейға нигеҙ һалынған.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙағы «88 ҡуян» интерактив күргәҙмәһе. Ю. А. Васнецов эштәре, балалар һүрәттәре. 2018

Музей элекке Олонец губерна ирҙәр гимназияһының 1790 йылда төҙөлгән бинаһында урынлашҡан. Бина федераль әһәмиәтендәге ҡомартҡы булып тора.

1960 йылдың 20 октябрендә музей асылған. Беренсе директоры — М. В. Попова (1927—2000). Музей йыйылмаһы әҫәрҙәренең нигеҙен Карел дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейы биргән әйберҙәр тәшкил итә. Артабан музей коллекцияһы Урыҫ Дәүләт музейы, Третьяков галереяһы менән Дәүләт Эрмитажы әҫәрҙәре менән тулыландырыла.

Музейҙа түбәндәге экспозициялар күрһәтелгән: боронғо Карелия икона яҙмалары, Карелия халыҡ сәнғәте, Карелияның XX быуат сәнғәте, XVIII быуат — XX быуат башындағы Рус сәнғәте, XX быуат Рәсәй сәнғәте, Көнбайыш Европа сәнғәте. Дөйөм алғанда музейҙа яҡынса 12000 йыйылма һаҡлау берәмеге иҫәпләнә, ә китапхана фондында 17000 ашыу документ иҫәптә тора.

В. М. Васнецовтың «Христосты тәрегә ҡаҙаҡлау» (1902), В. Д. Поленовтың «Йылғалы пейзаж» (1888) һәм «Оять йылғаһының таулы яры», И. Е. Репиндың «Христос Гефсиман баҡсаһында», И. И. Шишкиндың «Парктағы юл, томан», И. К. Айвазовскийҙың дүрт картинаһы, И. Н. Крамскойҙың «Христостың башы» этюды (1863), И. И. Левитандың «Борсоулы көн» һәм башҡалар музейға килеүселәрҙең иғтибарын үҙҙәренә ныҡ йәлеп итеп тора.

2001 йылда музей бинаһына реконструкция үткәрелә.

Музей коллекциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карелия Республикаһының һынлы сәнғәт музейында XV быуаттан башлап боронғо рус сәнғәте әҫәрҙәре коллекцияһы, иконалар һәм хәҙерге заман рәссамдары эштәренән ғибәрәт йыйылма, шулай уҡ бер нисә сит ил сәнғәте әҫәрҙәре ҡуйылған[1].

Боронғо рус сәнғәте коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей коллекцияларының береһе — Пәйғәмбәр Илья, XV быуаттың 1-се яртыһында, Карелияның Пудожский районы Пяльма ҡасабаһынан

Икона яҙмалары фонды музей коллекцияларының иң ҙур төп бүлеге, ул 2 500 самаһы экспонатты үҙ эсенә ала. Был коллекцияларҙың барыһы ла тиерлек хәҙерге Карелия территорияһында йыйылған, улар Рәсәйҙең иконалар яҙыу тарихы үҫешен сағылдырғанан ике Төньяҡ Рәсәй төбәгенән: — Обонежье һәм Көнбайыш Поморьенан йыйылған.

XVI быуаттың төньяҡ иконалары түбәндәге һәйкәлдәрҙән тора : «Успение» иконаһы Васильево ауылынан, «Деисусны чин» иконаһы Часовенский ауылынан, «Изге Трифон һәм Евстафий» иконаһы Пяльма ауылынан, «Бөтә изгеләр шәмбеһе» иконаһы Пебозеро ауылынан. Музейҙа башҡа ауылдарҙан килтерелгән иконалар ҙа бик күп.

Боронғо рус иконаһы сәнғәте коллекцияларының төп өлөшөн XVII—XVIII бб иконалар йыйылмаһы тәшкил итә. Айырым стиль төркөмөнә урындағы Сегозерье, Заонежье, Олонец крайы, Көнбайыш Поморье оҫталарының әҫәрҙәре инә. Шулай уҡ музейҙа ҙур булмаған ағас әйберҙәр йыйылмаһы һаҡлана. Был иконалар башлыса икона-барельефтар һәм улар XVII—XIX быуаттарҙа һырлап яҙылған, уларҙың барыһында ла тиерлек иҫке обрядсыларҙың Голгофа тәреһе һүрәтләнгән.

Реставрация эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо рус сәнғәте ҡомартҡыларын реставрациялауҙы музей хәҙерге этапта тамамлаған, бары тик ҡайһы бер XV—XVI бб әҫәрҙәрен таҙартып асыуҙан тыш. Реставраторҙарҙың төп көсө әлеге ваҡытта XVII—XIX быуаттарҙың иконаларын таҙартып асыуға йүнәлтелгән.

«Декоратив-ҡулланма сәнғәте» коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000-дән ашыу халыҡ сәнғәте әҫәрҙәре коллекцияһы бар. Шул иҫәптән, төрлө кейемдәр, сигеү, туҡыу, ағасты һырлап биҙәктәр яһау, туҙ, баҡыр һәм керамик һауыт-һабалар бар, уларҙың барыһы ла XIX — ХХ быуаттың беренсе яртыһына ҡарай, шулай уҡ заманса халыҡ оҫталарының әҫәрҙәре лә музейҙа ҡуйылған.

«XVIII — ХХ быуат башындағы рус сәнғәте»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус һынлы сәнғәте фондында картиналар, графика, скульптура әҫәрҙәре (600 ашыу экспонат) бар. Улар араһында иң ҡиммәтле һәм ҡәҙерлеләре И. Шишкин, И. Левитан, В. Поленов, К. Коровин, А. Мещерский, И. Айвазовский, А. Боголюбовтарҙың әҫәрҙәре.

«ХХ быуат Ватан сәнғәте» коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн был коллекцияла дүрт меңгә яҡын әҫәр бар, улар араһында Мәскәү, Санкт — Петербург (Ленинград) һәм башҡа ҡалаларҙың рәссамдарының әҫәрҙәре музейҙа ҡуйылған. Музейҙың ғорурлығы булып Михаил Цыбасов, Татьяна Глебова, Алиса Порет, Павел Кондратьевтарҙың һәм ХХ быуат башындағы урыҫ авангардының эре вәкилдәре картиналары тора.

«ХХ быуат Карелия сәнғәте» коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуаттағы Карелия һынлы сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы үҙ эсенә яҡынса 3 000 сәнғәт әҫәрҙәрен ала, унда һынлы сәнғәт, графика һәм скульптура, биҙәү — ҡулланма һәм театр-сәнғәтенең декорация әҫәрҙәре бар. Улар Карелия һынлы сәнғәтенең тарихи үҫешен сағылдыра. Музей тарафынан уникаль коллекциялар йыйылған һәм фәнни эшкәртелгән, улар төбәктең нәфис һәм милли традициялары тураһында төшөнсә бирә.

««Калевала» карел-фин эпосы карел, рәсәй һәм сит илдәр рәссамдары ижадында» коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һынлы сәнғәт музейында карел-фин эпосы «Калевала» буйынса ижад ителгән уникаль әҫәрҙәр коллекцияһы бар. Әлеге ваҡытта ул яҡынса 700 экспонат булып иҫәпләнә. Уның төп өлөшөн Карелия, Санкт--Петербург һәм Мәскәү рәссамдарының китап һәм станковый графикаһы тәшкил итә. «Калевала» коллекцияһы музей фондының иң күп кәрәк булыусы һәм хәрәкәтсән өлөшө, ул йыл һайын музей күргәҙмәләрендә күрһәтелә, коллекцияның экспонаттары халыҡ-ара проектарҙа ҡатнаша.

«Сит ил сәнғәте» коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит ил рәссамдарының әҫәрҙәре коллекцияһы 1960 йылда Карелия Республикаһының Милли музейынан килтерелгән бәәләкәй генә әҫәрҙәр төркөмөнән башланып киткән. Һуңыраҡ коллекцияны Эрмитаждан һәм Рус Дәүләт музейынан килтерелгән һынлы сәнғәт һәм скульптуралар менән тулыландыра Музейҙы Нидерланд рәссамдары әҫәрҙәре биҙәп тора, улар XVI—XVII быуат әҫәрҙәренән ғибәрәт. Европаның Мейсен һәм Севр мануфактураһынан килтерелгән фарфор әйберҙәр йыйылмаһы ҙур иғтибар йәлеп итеп тора.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Описание коллекций музея на официальном сайте. Дата обращения: 1 март 2014. Архивировано 5 март 2014 года. 2014 йыл 5 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дом на площади: Сборник статей / Музей изобр. искусств РК. — Петрозаводск: VERSO, 2000. — 63 с.: ил.
  • Музей изобразительных искусств Республики Карелия. — М., 2003. — 64 с.: ил.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]