Карл Роджерс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карл Рэнсом Роджерс
ингл. Carl Ransom Rogers
Тыуған көнө

8 ғинуар 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Оук-Парк, Иллинойс штаты, АҠШ

Вафат көнө

4 февраль 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (85 йәш)

Вафат урыны

Сан-Диего, Калифорния, АҠШ

Ил

АҠШ флагы

Ғилми даирәһе

психология, психотерапия

Эшләгән урыны

Чикаго университеты

Альма-матер

Висконсин университеты (Мадисон)

Карл Рэнсом Роджерс (ингл. Carl Ransom Rogers; 8 ғинуар 1902 йыл — 4 февраль 1987 йыл) — АҠШ психологы, гуманистик психологияның нигеҙ һалыусыларының һәм лидерҙарының береһе (Абрахам Маслоу менән бер рәттән). Роджерс шәхес структураһының фундаменталь компоненты тип «мин-концепцияны» һанаған.

Роджерс директив булмаған психотерапияны төҙөүгә ҙур өлөш кертте, ул уны шәхескә төбәлгән психотерапия тип атаны.(ингл. person-centered psychotherapy). Америка психологик ассоциацияһының 1947 йылда президенты булды. Роджерс үҙ методын төрлө типтағы клиенттар менән эффектлы эшләр өсөн -универсаль, йәғни, төркөмдәр өсөн (синыф уҡыусылары, хеҙмәт коллективтары), шулай уҡ индивидуаль эш өсөн (уҡыусылар, ата-әсәләр, ветерандар), төрлө мәҙәниәт, дин, эш кешеләре өсөн тип һанаған.

Айырым алғанда, метод эске, үҙ-ара, төркөм низағтарын хәл итеү өсөн уңайлы. Роджерстың клиент-үҙәкләштерелгән терапияһы клиенттар дусар булған киң диапазон практик мәсьәләләрҙе хәл итергә һәләтле: профессиональ проблемалар, ғаилә мөнәсәбәттәрендәге проблемалар, психосоматик ҡаҡшауҙар.

Клиент-үҙәкләштерелгән алымды кулланғанға күрә консультанттың оҫталығы арта һәм элекке 5-6 әңгәмә урынына 15-20 үткәрелә, ә ҡайһы берҙә хатта 100-гә етә.

Карл Роджерс клиент-үҙәкләштерелгән терапияның бигерәк тә ауыр балалар менән уйын формаһында эффектлылығын айырым күрһәтеп үтә. Авторҙың позицияһы буйынса был өлкәлә һүҙ менән аралашыу бөтөнләй юҡҡа сыға. Мөһим факт булып төркөм терапияһы тора. Бында партнерҙың ғәмәлдәрен өлгө итеп күҙәтеү эффект бирә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Рэнсом Роджерс (Carl Ransom Rogers) 1902 йылда Ок-паркта тыуған (Чикаго эргәһе), Иллинойс штаты. Ул дүртенсе бала. Алтау араһынан бишеһе малайҙар ине. Уның атаһы финанс хәле яҡшы булған инженер була, шуға күрә тәүге йылдарҙа Роджерстың ғаиләһе иҡтисади яҡтан үҙен һәйбәт тоя. Уға 12 йәш тулғанда ғаилә күсенеп фермаға Чикагонан көнбайышҡа күсә һәм был ауылда йәш сағын үткәрә. Ғаилә ағзалары үҙҙәренә ышанһалар ҙа, ысынлап та үҙҙәренән ҡәнәғәт һәм шат кешеләр булып күренмәйҙәр. Роджерс үҫмер сағын ҡәтғи һәм үҙ ара һыйышып йәшәмәгән дини әхлаҡи атмосферала үтте тип хәтерләй (Rogers, 1973). Ул ата-әсәһен изге күңелле, тик ҡәтғи дини ҡарашлы кешеләр тип һүрәтләй. Роджерс күп ваҡытын яңғыҙлыҡта мажаралар тураһында китаптар уҡып үткәрә. Дөрөҫөн әйткәндә ул ҡулына ниндәй китап эләгә, һүҙлекме, энциклопедиямы — шуны уҡый.

Ул өс мәктәптә уҡый, күп ваҡыты юлға китә. Шуға күрә кластан тыш эштәрҙә ҡатнаша алмай. Шуға ҡарамаҫтан Роджерс тик бишкә уҡый, бигерәк тә инглиз телен һәм тәбиғи фәндәрҙе ярата. Йәйге каникулдарҙы арып талғансы эшләп фермала үткәрә. Йәш сағында Роджерс тәбиғәтте өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына, ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙә фәнни методтар ҡуллана. Ул тырышып үҫемлектәр һәм хайуандарҙы күҙәтеп теркәп бара. Мәктәпте тамамлағас ул фермер булырға хыяллана. 1919 йылда Роджерс Висконсин университетенә уҡырға инә. Тик икенсе курстаул актив рәүештәдини эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай һәм пастор хеҙмәтенә әҙерләнә. 1922 йылда уның тормошон ҡырҡа үҙгәрткән ваҡиға була. Ун Америка студенттары менән ул Бөтә донъя студенттарының христиан федерацияһы конференцияһына һайланып алына. Ул алты айҙан ашыу сит илдә йәшәй һәм үҙе өйрәнгән мәҙәни, дини мөнәсәбәттәрҙән ҡырҡа рәүештә айырылған шарттарҙа йәшәй. Көнсығышта йәшәү уның тормошҡа булған ҡараштарын либерал яҡҡа үҙгәртә һәм Ғайса пәйғәмбәрҙең Хоҙай булыуында шик тыуҙыра. Шулай уҡ был сәйәхәт Роджерсты ата-әсәһенән иреклерәк итә. Был ваҡиғанан һуң ул Висконсинға ҡайта һәм 1924 йылда тарихтән бакалавр дәрәжәһе ала. Ул психология курсында тик бер йыл ғына уҡый! Университетты бөткәс Роджерс үҙе менән бергә уҡыған Хелен Элиотҡа өйләнә. Шул уҡ йылда йәй көнө йәштәр Нью-Йоркка либерал Берләшкән теология семинарына китәләр. Бындағы шау-шыулы тормош уға бик оҡшай. «Мин үҙемә яңы фекерҙәр һәм дуҫтар таптым, тормошҡа ғашиҡ булдым». (Rogers, 1967, р. 353).

Берләшкән семинарияла ул тәүге тапҡыр пастырь менән психологик һаулыҡ өлкәһендәге профессионалдарҙың маҡсаты уртаҡ икәнен аңлай. Ләкин ул яйлап дини ҡараштарҙан ситләшә. Семинарияның икенсе курсы аҙағында ул клиник һәм педагогия психологияһын өйрәнеү өсөн Колумбийск университетының Уҡытыусылар колледжына уҡырға инә. Роджерс 1928 йылда магистр һәм 1931 йылда клиник психологияһы докторы дәрәжәһе ала. 1931 йылда Роджерс Нью-Йоркта, Рочестерҙа Балаларға ҡаты мөғәләмә булдырмауға ҡаршы Йәмғиәтенең балаларҙы өйрәнеү бүлексәһендә психолог булып эшләй башлай. Киләһе 10 йылда Роджерс актив рәүештә ауыр балалар менән эшләй. Шулай уҡ ул Рочестер ярҙам итеү үҙәген төҙөүҙә мөһим роль үтәй һәм уның директоры була. Шул уҡ ваҡытта уның фекеренсә ойошманы психиатр етәкләргә тейеш. 1939 йылда «Проблемалы баланы клиник дауалау» исемле китабын уңышлы баҫтырғандан һуң уға Огайо штатының университетының психология кафедраһында эш тәҡдим итәләр. 1940 йылда Роджерс яңы карьера башлар өсөн Колумбияға ҡайта. Академик мөхиткә күсеү яңы аяҡ баҫып килгән клиник психологияла Роджерсҡа киң танылыу килтерә. Ул күп талантлы аспиранттар менән психотерапия һәм уны практик ҡулланыу буйынса бик күп мәҡәләләр баҫтыра. 1942 йылда был идеялар «Консультация биреү һәм психотерапия» китабына керә.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хьелл Л., Зиглер Д. Теории личности. — СПб.: Питер Пресс, 1997. — 528—573 с.
  • Роджерс К. Р. Взгляд на психотерапию. Становление человека. — М.: Издательская группа «Прогресс», «Универс», 1994. — 480 с.
  • Ярошевский М. Г. Психология в ХХ столетии. Теоретические проблемы развития психологической науки. — М.: Политиздат, 1974. — 305—319 с.
  • Психологический словарь / Под ред. В. П. Зинченко, Б. Г. Мещерякова. — М.: Педагогика-Пресс, 1997. — 440 с.
  • Фрейджер Р., Фейдимен Дж. Личность. Теории, упражнения, эксперименты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]