Кароль Пеон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кароль Пеон
франц. Carole Péon
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of France.svg Франция
Тыуған көнө 4 ноябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Франция, метрополия Франции[d], Прованс — Альпы — Лазурный Берег[d], Ницца
Сожитель Харрисон, Джессика[d]
Һөнәр төрө триатлет
Спорт командаһы ағзаһы Poissy Triathlon[d]
Ауырлығы 53 килограмм
Спорт төрө триатлон[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Олимпиада уйындары 2012
Бейеклеге 163 сантиметр
Рәсми сайт carole-peon.onlinetri.com
Commons-logo.svg Кароль Пеон Викимилектә

Кароль Пеон (франц. Carole Péon; 4 ноябрь 1978) — француз профессиональ триатлонисы, 2006 йылда олимпия дистанцияһында Франция чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кароль Пеон 1978 йылдың 4 ноябрендә Ниццала тыуған һәм Люнэрҙа үҫкән. Ул 9 йәшенән йөҙә башлай һәм был спорт төрө менән 17 йәшкә тиклем шөғөлләнеүен дауам итә.

1998 йылда университеттарҙың төбәк чемпионатында үҙе өсөн триатлонды аса, унда финишҡа һуңғы булып килә, шул уҡ ваҡытта йөҙөүҙә этапта еңә[1]. Яңы спорт төрө менән параллель ул уҡыуын дауам итә, һәм бакалавр дәрәжәһен алып, үҙ юлын дауам итә һәм спорт уҡытыусыһы булып китә[2].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Кароль Пеон бер нисә милли ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, Франция чемпионатында подиумға күтәрелә. Шуға ҡарамаҫтан, 2006 йылға тиклем етди һөҙөмтәләр булмай. Ул милли чемпионатта еңә, Европа Кубогында икенсе урынды һәм донъя чемпионатында дүртенсе урынды яулай[2]

Ул Пекинда үтәсәк йәйге Олимпия уйындарына француз һайлап алыу турында ҡатнаша һәм Уйындарға юллама ала, әммә унда тик 34-се урынды ғына биләй. Бындай һөҙөмтә менән кәйефһеҙләнеп, ул дүрт йылдан һуң Лондон уйындарында ҡатнашырға маҡсат ҡуя. Һөҙөмтәлә ул быға ирешеүгә ҡарамаҫтан, 2012 йылда ул 29-сы булып килә[3].

Карьераһының тамамланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылда 34 йәшендә ул профессиональ карьераһын тамамлай. Триатлон буйынса һуңғы ярышы Л'Эгийон -сюр-Мерҙағы турниры була. Францияла йәш триатлонсыларға ярҙам итеү проекты сиктәрендә ул уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай[4] .

Башҡа спорт төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ кросс менән шөғөлләнә. 1990 йылдар аҙағында Бретань чемпионы була[5], һәм ошо спорт төрө менән ҡышын шөғөлләнеүен дауам итә. 2009 йылда Франция чемпионатында 14-се урынды яулай[6] .

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда спортта, башлыса триатлонда гомосексуализмға арналған Triathlète журналын нәшер итеүҙә ҡатнаша. Ул триатлонсы Джессика Харрисон менән булған бәйләнешен һөйләй[7]. Ике спортсының да тренеры Стефани Диназ-Гро була[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]