Каруанһарай мәҙрәсәһе
Мәҙрәсә | |
Каруанһарай
| |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Ырымбур губернаһы |
Местоположение | Ырымбур ҡалаһы |
Мәсет | Каруанһарай мәсете |
Каруанһарай мәҙрәсәһе — Ырымбур ҡалаһының Каруанһарай (2-се йәмиғ) мәсете янындағы мәҙрәсә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1846 йылда Ырымбур ҡалаһының Каруанһарай (2-се йәмиғ) мәсете янында мәктәп асыла. 1875 йылда ҡала мещаны Бибикамал Муса ҡыҙы Ғөбәйҙуллина генерал-губернаторға үтенес яҙыуы бирә, унда ул мәхәлләгә мәҙрәсә төҙөү маҡсатында Ырымбурҙың Тоҙ майҙанында урынлашҡан ҡаралтылары менән бергә ер бүлемен иғәнә рәүешендә бирергә теләген белдерә. 1877 йылда урыҫ классы асыу йөкләмәһе менән яңы мәҙрәсә төҙөргә рөхсәт бирелгән.[1].
1879 йылға ҡарай ике ҡатлы таш бина төҙөлә һәм уҡыу йорто яңы урында эшләй башлай. 1879 йылда Каруанһарай мәсете имам-хатибы Сөләймән Дауытов мәктәп менән мәҙрәсәне айыра. 1-се этаждың өс бүлмәһендә мәктәп, тағы береһендә — аш-һыу бүлмәһе, 2-се этажындағы өс бүлмәһе — мәҙрәсә һәм дүртенсеһе — мөғәлимдәрҙең блмәһе. 1888 йылда мәҙрәсә бинаһы янғындан зыян күрә, ул мәхәллә иғәнәһе иҫәбенә яңынан төҙөкләндерелә.
1910 һәм 1913 йылдарҙа башланғыс мәктәп ҡуртымға алыған йортҡа күсә. Властарҙың әмеренә ярашлы ҡуртымға алынған бинала мәҙрәсә эргәһендә урыҫ класы асыла. 1894 йылда урыҫ класы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә күсерелә[1].
Мәҙрәсәлә белем алыу курсы 12 йыл тәшкил иткән: 5 йыл — башланғыс һәм 7 йыл — урта мәктәптә. Уҡыу программаһына арифметика, тарих, Ҡөрьәнде өйрәнеү, әлифба, фикһ, әхләк, география, тәбиғәтте өйрәнеү, астрономия, ғәрәп һәм төрки телдәре, ғәрәп әҙәбиәте һ.б. кергән.
1907—1908 уҡыу йылында башланғыс мәктәптә 120, 1910—1911 йй. — 82, 1913—1914 йй. — 82, 1916—1917 йй. — 90 шәкерт теркәлгән. Уҡытыусылар коллективы 4–6 мөғәлим менән сикләнгән. Шәкерттәр йыл һайын 2 һумдан 30 һумға тиклем аҡса түләргә тейеш булған, шул уҡ ваҡытта ярлылар был түләүҙәрҙән тулыһынса азат ителгәндәр[1].
Мәҙрәсәне күп кенә имамдар һәм мөғәлимдәр тамамлай, улар араһында тарихсы һәм филолог Г. А. Баттал (1880–1969), педагог А. С. Дауытов (1871–?) һ.б. бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Денисов Д. Н. Караван-Сарайское медресе // Ислам на Урале : Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — С. 155—156. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белавин К. Оренбург: географическо-статистический очерк. — Оренбург, 1891, с. 111.
- Денисов Д. Н. Мусульманская община Караван-Сарайской мечети // Этническая история и духовная культура башкир Оренбуржья (к 160-летию основания Караван-Сарая). / Под общ. ред. В. В. Амелина. — Оренбург, 2007, с. 7—13.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каруанһарай мәҙрәсәһе Викимилектә |
- Денисов Д. Н. Караван-Сарайское медресе // Ислам на Урале : Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — С. 155—156. — ISBN 978-5-9756-0054-7.