Сөләймән Дауытов
Сөләймән Дауытов | |
Дин: | |
---|---|
Титул: | |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Янбай ауылы, Бөрө өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Балтас районы) |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: | |
Ил: |
Сөләймән Дауытов (1827—1886) — башҡорт дин әһеле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөләймән Дауытов 1827 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Иҫке Балтас улусының (хәҙерге Башҡортостандың Балтас районы) Янбай ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
Ырымбур губернаһы идаралығының 1852 йылдың 30 майындағы приказына ярашлы Ырымбур меновой мәсетенең 1-се муллаһы, шулай уҡ имам-хатип һәм мөҙәрис вазифаларында раҫлана. Бер үк ваҡытта Ырымбур төрки уҡытыусылар мәктәбендә һәм уның эргәһендәге башланғыс училищеһында ислам тәғлимәтен уҡыта[1].
Ырымбур мосолман диниә назаратының 1866 йылдың 4 июлендәге ҡарарына ярашлы Каруанһарай мәсете муллаһы итеп ваҡытлыса тәғәйенләнә. 1866—1870 йылдарҙа мәсет мәхәлләһе һәм Ырымбур мосолман диниә назараты үтенестәре һәм ғаризаларына ҡарамаҫтан, губерна властары Каруанһарай мәсетен күсереүҙе талап итеп Сөләймән Дауытовты мулла вазифаһында раҫлауҙан баш тарта. 1870 йылдың мартында Ырымбур губернаторы уға мулла вазифаһын был мәсеттә башҡарырға тыя. Тик диниә назараты мөфтөйө Рәсәй империяһының Эске эштәр министрына мөрәжәғәтенән һуң, 1871 йылдан Сөләймән Дауытов рәсми рәүештә ахун дәрәжәһе бирелеп Каруанһарай мәхәлләһенә күсерелә[1].
Ырымбур губерна статистика комитетының даими ағзаһы булып торған. 1883 йылдың 13 апрелендә император Александр III үҙенең указы менән уға Изге Станислав таҫмаһында «Тырышлығы өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләй[1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улдары:
- Фәйзрахман (1859-?), Каруанһарай мәсете ахуны;
- Фәйезхан, Ырымбурҙың 4-се йәмиғ мәсетенең икенсе муллаһы;
- Абдулфәйез (1871-?), Ырымбур, Троицк, Иж-Буби мәҙрәсәләре мөғәлимы, Ҡарғалы мәҙрәсәләрендә яңы ысул педагогия курстары уҡытыусыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Денисов Д. Н. Исторические мечети Оренбурга // Мечети в духовной культуре татарского наро- да (XVIII в. — 1917 г.). — Казань, 2006, с. 53—72. (рус.)
- Загидуллин И. К. Мусульманское богослужение в учреждениях Российской империи (Европейская часть России и Сибирь). — Казань, 2006. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Денисов Д. Н. Даутов Сулейман //Ислам на Урале: Энциклопедический словарь. Коллектив авторов. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов.. — М.: Медина, 2009. — С. 101. — 404 с. (рус.)