Эстәлеккә күсергә

Каса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡытайҙағы Цин династияһы ваҡытындағы фарфор каса
Ябай балсыҡ һауыт

Каса (фарс. پیاله [пийале]; бор. грек. πύελος — ялғаш) — ҙур булмаған, тотҡаһыҙ сөм һауыт, йәйпәк ауыҙлы, төбө тарайып бөтә. [1] Ярымшар йәки төбө ҡырҡылған конус рәүешле, эсе соҡор бәләкәй сеүәтә. Ул табынға ҡуйыу өсөн йәки ашамлыҡ һаҡлау өсөн бик күп халыҡтарҙа ҡулланыла. Б.э. тиклем 1-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһынан билдәле. Иң боронғо касалар ябай көршәк балсығынан эшләнгән булған.

Касалар боронғо күсәбә халыҡтарҙың көнкүрешенә яйлаштырып эшләнгән. Тотҡаһыҙ соҡор һауыттарҙы өҫтө-өҫтөнә ҡуйып ултыртырға уңайлы , урынды күп алмай. Ҡыйбатлы касаларҙы, мәҫәлән, ҡытай фарфорын ватылмаһын өсөн махсус ҡаптарға, ҡумталарға һалып йөрөткәндәр.Ундай ҡумталар «чина-кап» тип аталған.

Хәҙерге эшләү ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге көндә касаларҙы фаянстан, фарфорҙан, керамиканан, металдан, ағастан, пластиктан һәм башҡа материалдарҙан фабрикаларҙа етештерәләр. Улар төрлө һында һәм төрлөсә биҙәкләп сығарыла.

Был һауыт Урта Азияла һәм уға яҡын төбәктәрҙә киң ҡулланыла. Японияла ла киң таралған, уны «тяван» тип атайҙар һәм сәй эсергәндә йәки дөгө биргәндә тотоналар. Ҡырғыҙҙарҙа касаны «чыны» тип атайҙар, был «chin», йәғни «Ҡытай» тигән фарсы һүҙенән килеп сыҡҡан, сөнки уны шул илдән килтерә торған булғандар. Үзбәктәр иһә фарсылар кеүек үк "пыяла" тип атай. Татарстанда һәм Башҡортостанда ла яратып ҡулланалар.Уның вағыраҡтарын табынға сәй эскәндә, ҙурыраҡтарын һурпа, аш һалып ҡуялар. Турамалар һәм башҡа ризыҡ өсөн дә тотонола.

Ботаникала сәскә тажының тышынан уратып алған япраҡтары шулай уҡ каса тип атала.

  • Пиала // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1959.
  • [ Пиала] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. - Мәскәү, 1993, 2-се том. - 482-се бит