Каскад (Ереван)
Каскад | |
Нигеҙләү датаһы | 1980 |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1020 метр |
Хужаһы | Ереван ҡала советы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Травертин |
Архитектор | Таманян Александр Оганесович, Джим Торосян[d] һәм Аслан Мхитарян[d] |
Архитектура стиле | ар-деко[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 17 ноябрь 2009 |
Уклон | 15 |
Бейеклеге/буйы | 78 метр |
Рәсми сайт | cmf.am |
Был объекттан күренештәр категорияһы | Category:Views from the Cascade of Yerevan[d] |
Каскад Викимилектә |
«Каскад» — Еревандағы архитектура-монументаль комплексы. Биш асыҡ террасанан барлыҡҡа килгән каскадты кәүҙәләндерә. 2009 йылдан комплекста художество музейы — Гафесчяндың сәнғәт үҙәге эшләй.
Ҡоролма 1980 йылда төҙөлә башлай. 2010 йылда өҫкө өлөшө тамамланмай ҡала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архитектор А. О. Таманян әҙерләгән «Төньяҡ каскад» 1924 йылда уҡ генераль планда проектлана. Документҡа ярашлы, Канакер убаһы битләүҙәре аша һикәлтәле баҫҡыстар, шарлауыҡ һәм сәскә түтәлдәре үтеүе күҙаллана. Каскад ҡаланың төньяҡ һәм үҙәк өлөшөн бәйләп торорға тейеш була[1].
1960 йылдарҙа каскад итәгенә алып килгән Таманян урамы эшләнелә. Өҫкө өлөштә, буласаҡ каскад буйынса Әрмәнстанда совет власы урынлаштырылыуҙың 50-йыллығы хөрмәтенә 50 метрлыҡ обелиск ҡуйыла (архитекторҙары Дж. Торосян, С Гюрзадян). Шунда уҡ үҙәтеү майҙансыҡтары эшләнә.
Каскад проектын 1970 йылдар башында архитекторҙар Дж. Торосян, С Гюрзадян, А. Мхитарян эшләй. Уларҙың планына ярашлы, уба итәгендәге Таманян урамынан обелискка һәм күҙәтеү майҙанына тиклем баҫҡыстарҙан торған эспланада эшләнергә тейеш була. Каскадта биш интервал-терраса планлаштырыла, улар асыҡ һауалағы музейҙы күәҙәләндерә, уларға эскалаторҙар илтә. Террасаларҙа сәскә түтәлдәре, фонтандар һәм бассейндар урынлаштырыу планлаштырыла, уларҙан Ереван һәм Арарат тауы күренештәре асылырға тейеш була[2].
Каскад төҙөлөшө 1980 йылда башлана[3]. Йыл һуңында, Спитакта ер тетрәү, СССР тарҡалыуы һәм Ҡарабах һуғышына бәйле, төҙөлөш эштәре туҡтатыла.
2002 йылда әрмән сығышлы Америка меценаты Джерард Гафесчян[en] инициативаһы менән комплексты төҙөү, реставрациялау һәмтөҙөкләндереү эштәре тергеҙелә[4]. 2009 йылдың 17 ноябрендә "Каскад"та художество музейы — Гафесчяндың сәнғәт үҙәге асыла. 2011 йылда бинаның өҫкө ярусында Шарль Азнавурҙың йорт-музейы эшләй башлай[5].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Битләүҙәге сквер
-
«Мөхәббәт» яҙмаһы
-
Беренсе кимәл
-
Икенсе кимәл
-
Өсөнсө кимәл
-
Дүртенсе кимәл
-
Бишенсе кимәл
-
Каскадтан күренеш
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ереван. Стройздат, 1968
- ↑ Архитектурное творчество СССР. Стройиздат., 1973
- ↑ Современная архитектура Армении. 1983
- ↑ Каскад эмоций в Центре искусств Гафесчян — Литературная газета
- ↑ В Ереване открыт Дом-музей Шарля Азнавура . regnum.ru (7 октябрь 2011). Дата обращения: 16 июнь 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ереванский Каскад — живая история. «Ереван. XX век». 17 мая 2012