Кем өсөн? (Ш.Бабич)
Кем өсөн? | |
Сәнғәт формаһы | шиғыр[d] |
---|---|
Жанр | шиғриәт |
Автор | Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1922, 1958 һәм 2020 |
Дата производства | 1916 |
Кем өсөн? — шиғыр, күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич 1916 йылда ижад иткән. Ҡулъяҙма варианты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге ғилми архивында һаҡлана. Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн әҙерләнгән башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия китабына индерелгән[1].
Шиғырҙың идеяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләрҙе ҡаплаған ҡараңғылыҡты бөтөрөү, халыҡҡа яҡтылыҡ һәм бәхет килтереү — Бабичтың төп маҡсаты. Был мҡсатын, теләген ул «Кем өсөн?» шиғырында үҙенсәлекле гиперболалар — «айға үрләп, нурҙа уйнап» менән белдергән. Шул рәүешле автор үҙ геройының тәрән кисерештәрен һүрәтләй. Лирик герой үҙе өсөн иң кәрәкле, рухи таянысы булырлыҡ кәңәште айҙан ишетә: Ал да нур сәс халҡыңа! Лирик геройҙың кисерештәрен һәм эҙләнеүҙәрен асыу өсөн автор «үрләп», «нурландым», «урланым», «сәс» кеүек хәл-торошто күрһәтеүсе ҡылымдарҙы уңышлы файҙалана. Бабич өсөн Ай — нур сығанағы, Ҡояш — киләсәк матур тормош[2][3].
Татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ғилманов 1990 йылда Ҡазанда нәшер ителгән Ш. Бабичтың «Зәңгәр йырҙар» китабында инеш һүҙҙә былай тип яҙа: «Кем өсөн?» шиғырындағы Ай менән шағир диалогындағы Ай яуабын мин быуындар бәйләнеше, быуындан быуынға тапшырылыр аҡыл, аманат тип ҡабул иттем"[4].
Шиғырҙың музыкаль үҙенсәллеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]К.Әхмәтйәнов «Шиғриәт иленә сәйәхәт» китабында Бабич шиғырҙарының музыкаллеген һыҙыҡ өҫтөнә ала[5].
Башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтов тарафынан «Кем өсөн?» шиғырына романс яҙылған[6]. Романсты башҡарыусылар: Камил Вәлиев, Радик Динәхмәтов.
Бабичтың новаторлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бабичтың һәр юлы айырым мәғәнәғә эйә булып торған шиғырҙары бар. «Ал да нур сәс халҡыңа» юлы айырым мәғәнәгә эйә. Был шағирҙың новаторлығына тағы ла бер дәлил була ала[7].
«Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
Бәхәс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаҡлы шағирҙың ижадын өйрәнгән яҙыусы, ғалим, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев был хаҡта һүҙ ҡуйыртыуҙы кәрәк тип тапмаЙ. Башҡорт телендә һөйләмдә хәбәр аҙаҡ килә. «Ал да нур сәс халҡыңа» дөрөҫ буламы, әллә «Ал да сәс нур халҡыңа»мы икән, тип баш ватмайыҡ. Аңлашылып тора: шағир халҡың өсөн йәшәү, уның өсөн йәнең фиҙа ҡылыу тураһында йырлай. Уның кеүек милләтебеҙгә файҙалы, кәрәкле булып, нур сәсеп йәшәйек[8].
|
«Кем өсөн?»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айға үрләп, нурҙа уйнап,
Күкрәгемде нурланым.
— Ит ғәфү,әй, ай,— тинем мин,—
Нурҙарыңды урланым.
— Һис зарар юҡ, ал,— тине ай,—
Ал да нур сәс халҡыңа;
Мин дә бит төн хаҡына
Алдым ҡояштың нурҙарын.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 250-се.
- ↑ Б. Ғафаров «Ш.Бабич — һүҙ оҫтаһы (Ш.Бабич шиғырҙарының тел үҙенсәлектәре)» 48-се б.
- ↑ ж. «Башҡортостан уҡытыусыһы» Г. С. Кунафин «За светлую жизнь и правду»
- ↑ Ш.Бабич. «Зәңгәр йырҙар». — Ҡазан: « Татарстан китап нәшриәте», 1990 й. — С. 3—4-се.
- ↑ К.Әхмәтйәнов. «Шиғриәт иленә сәйәхәт». — Өфө: «Китап», 1967 й. — С. 6-сы.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы
- ↑ К.Әхмәтйәнов. «Әҙәбиәт теорияһы». — Өфө: «Китап», 1971 й. — С. 249-сы.
- ↑ \/«Башҡортостан» гәзите «Ал да нур сәс халҡыңа дөрөҫмө, әллә Ал да сәс нур халҡыңамы»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- /«Башҡортостан» гәзите «Ал да нур сәс халҡыңа дөрөҫмө, әллә Ал да сәс нур халҡыңамы»
- Б. Ғафаров «Ш.Бабич — һүҙ оҫтаһы (Ш.Бабич шиғырҙарының тел үҙенсәлектәре)» 48-се б.
- Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 250-се.
- К.Әхмәтйәнов. «Шиғриәт иленә сәйәхәт». — Өфө: «Китап», 1967 й. — С. 6-сы.