Эстәлеккә күсергә

Керкини (һыуһаҡлағыс)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Керкини
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Струма[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Струма[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Греция
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Македония (Греция)
Рәсми сайт necca.gov.gr/en/mdpp/man…
Карта
 Керкини Викимилектә

Керкини (грек. Λίμνη Κερκίνη) — төньяҡ Грециялағы һыуһаҡлағыс, Серре өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Грек-болгар сигенән 47 км алыҫлыҡта ята; 20 километр көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай өлкәнең баш ҡалаһы Серре урынлашҡан, көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Сидирокастро[en] ҡалаһы ята. Һыуһаҡлағыс 1932 йылда Стримонас йылғаһында һыу баҫыуҙарҙы булдырмау һәм баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн  төҙөлә. 1983 һәм 1987 йылдарҙа уның гидротехник эштәрен арттыралар. Уның өҫкө майҙаны 109,96 км²[1] тәшкил итә, ә һыу йыйыу бассейны майҙаны — 11 520 км² самаһы. Һыуһаҡлағыс территорияһы Рамсар конвенцияһы биләмәһе һәм  төп орнитология территорияһы булып тора, тәбиғәтте һаҡлау Natura 2000[1][2] зоналарының селтәренә инә.

Һыуһаҡлағыс Керкини һәм Мавровуни тау массивтары араһындағы элек һаҙланған аллювиаль тигеҙлекте биләй. Һыуһаҡлағысты күбеһенсә Струма йылға туҡландыра, күлгә ҡойған уртаса һыу сығымы 65-83 м³/с тәшкил итә. Төньяҡ-көнбайышта уға Керкинитис йылғаһы һәм бер нисә ҙур булмаған шишмә ҡоя. Һыу ятҡылығында  яуым-төшөмдөң тупланма тиҙлеге йылына 1,7 миллион кубометр[1][2] тәшкил итә.

Һыуһаҡлағыс районында 785 төр көпшә үҫемлектәре билдәләнә. Һыу ятҡылығының орнитофаунаһы бик бай — 300-ҙән кәм булмаған ҡош төрө (Грецияла йәшәгән 407 төрҙән), уларҙың икәүһенә, бөҙрә пеликанға (Pelecanus crispus) һәм бәләкәй бакланға (Phalacrocorax pygmaeus), бөтә ерҙә лә юғалыу хәүефе янай. Фауна шулай уҡ 28 һөтимәрҙәр төрөн, 12 төр һөйрәлеүселәрҙе, 9 төр амфибияларҙы, 8 төр умыртҡаһыҙҙарҙы, 27 төр балыҡты[1] үҙ эсенә ала.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Artificial Lake Kerkini (ингл.). Ramsar Sites Information Service. Дата обращения: 21 март 2017.
  2. 2,0 2,1 P. A. Gerakēs. Lake Kerkini Case Study // Conservation and Management of Greek Wetlands: Proceedings of a Workshop on Greek Wetlands, Thessaloniki, Greece, 17-21 April, 1989. — IUCN, 1992. — Т. 3. — С. 231. — 493 с. — (The IUCN Wetlands Programme). — ISBN 283170104X.